Все новости
Новости
26 Июня 2019, 19:41

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш телендә донъя күрҙе

Популяр йәш яҙыусы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш телендә донъя күрҙе. Чебоксарҙан килгән посылканы ҡулға алыу мәленә беҙ ҙә шаһит булдыҡ. Был йыйынтыҡҡа авторҙың киң билдәле повесы, шулай уҡ «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле хикәйәләр серияһы ингән.

Популяр йәш яҙыусы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш телендә донъя күрҙе. Чебоксарҙан килгән посылканы ҡулға алыу мәленә беҙ ҙә шаһит булдыҡ. Был йыйынтыҡҡа авторҙың киң билдәле повесы, шулай уҡ «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле хикәйәләр серияһы ингән. Тәржемәсеһе — «Хыпар» нәшриәт йортоноң директор урынбаҫары, Сыуашстандың дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Дмитрий Моисеев. Тиражы — 1000 дана. Әйткәндәй, был йыйынтыҡ әҙиптең 17-се китабы.
«Сыуаш уҡыусыларына мин рәхмәтлемен. Бығаса өс повесым да тәржемә ителеп, уларҙың төп республика баҫмаларында донъя күрҙе. Ә инде Сыуаш китап нәшриәте айырым йыйынтыҡ итеп сығарып, миңә ҙур бүләк эшләне», — тип шатлығы менән уртаҡлашты Айгиз Ғиззәт улы.
Сентябрь айында иһә автор менән Чебоксарҙа осрашыуҙар күҙаллана.
Читайте нас: