Все новости
Новости
24 Июня 2019, 17:34

«Салауат әйтеше» сәсәндәр бәйгеһенең финалистары билдәләнде

Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналған "Салауат әйтеше" Республика сәсәндәр бәйгеһенең финалистары билдәләнде. Бәйге “Бәйләнештә” социаль селтәрендә 20 марттан 1 июнгә тиклем дауам итте.

Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналған "Салауат әйтеше" Республика сәсәндәр бәйгеһенең финалистары билдәләнде. Бәйге “Бәйләнештә” социаль селтәрендә 20 марттан 1 июнгә тиклем дауам итте.
“Салауат әйтешендә” Баймаҡ, Салауат, Ғафури, Дәүләкән, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Учалы райондарынан, Өфө, Сибай, Салауат, Силәбе, Ырымбур ҡалаларынан, Ростов өлкәһенән һәм Татарстандан 30-ҙан ашыу сәсән көс һынашты. Улар «Күңелдәрҙә бармы уға урын, йәшәйме әле беҙҙә Салауат?», «Хисап көнө етә, халыҡтарҙы һанарҙар», «Һалдаттар булмайҙар билдәһеҙ…» тигән темаларға рухи байлыҡтарын сәсте.
БР Яҙыусылар союзы тарафынан тәғәйенләнгән абруйлы жюри финалға үтеүселәрҙе билдәләне. Финалға сыҡҡан бәйгеселәр 29 июнь Салауат районында «Салауат йыйыны» фольклор байрамы барышында үткән сара сиктәрендә «Салауат әйтеше»ндә көс һынашасаҡ.
Читайте нас: