Все новости
Новости
21 Июня 2019, 12:46

Учалы районында Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһе үтте

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһе үтте. Билдәле дикторҙың тыуыуына 60 йыл айҡанлы үткәрелгән сарала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, Учалы муниципаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, "Юлдаш " радиоһынан коллегалары, дуҫтары, курсташтары ҡатнашты.

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһе үтте. Билдәле дикторҙың тыуыуына 60 йыл айҡанлы үткәрелгән сарала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, Учалы муниципаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, "Юлдаш " радиоһынан коллегалары, дуҫтары, курсташтары ҡатнашты. Сараны ойоштороуҙа Яңы Байрамғолдар, "Юлдаш " радиоһының директоры Тәнзилә Үлмәҫбаева күп көс һалды. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы урындағы музейға Әхәт Мортазиндың диск менән портфолиоһын тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы исемен мәңгеләштереү өсөн уның исемендәге ғаилә премияһы булдырылды. Ул яҡшы уҡыған, әүҙем уҡыусыларға бирелә, аҡсалата премия һәм диплом да ҡаралған.
Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хәтер кисәһе бик йылы, туғанлыҡ атмосфераһында үтте. Әхәт Мотаһар улының барыһына ла ихлас, игелекле, ярҙамсыл булыуын, коллегалары профессионаллеген, улар өсөн остаз булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әйткәндәй, Өфөлә билдәле диктор иҫтәлегенә арналған волейбол турниры ойошторолдо. "Юлдаш " радиоһының йыл һайын үткәрелгән волейбол турниры хәҙер Әхәт Мортазин исемен йөрөтә. Ә бына Яңы Байрамғолда иһә урындағы мәктәпкә, урамға билдәле яҡташтары исемен биреү тураһында ла һүҙ бара.
Читайте нас: