Өфө районындағы Шамонин ауылында 10 йыллыҡ юбилейға арналған һабантуй үтте. Бюджет өлкәһендә эшләгәндәр өсөн булдырылған “Үҙ йортом” проекты сиктәрендә ҡалҡып сыҡҡан ҡасаба бөтөп барған ауылға яңы һулыш биреп, хәҙер Өфө районының ғына түгел, республиканың да иң сағыу, иң әүҙем ауылдарының береһе һанала.
Һабантуйҙың бер тиҫтә йыл тарихы булған ауылдың ҡаҙаныштарына, еңеүҙәренә үҙенә күрә бер йомғаҡлау икәнен аңлаған шамониндар сараға ентекле әҙерләнде. Ауыл ағинәйҙәре һәм әүҙем ауылдаштар элек һабантуй һәм башҡа байрамдар алдынан үткәрелә торған "Бәйге йыйыу" йолаһын тергеҙҙе. Был электән килгән изге йола буйынса йорт хужалары ауыл буйлап йөрөгән бәйге йыйыусыларға теләктәрен әйтеп, бүләккә сағыу яулыҡтар, таҫтамалдар йә башҡа әйберҙәр бирә. Изге йолаға ауыл кешеләре дәррәү ҡушылды, бағымсылар ҙа табылды.
Юбилейға арнап, әүҙем шамониндар 10 йыллыҡ тарих йылъяҙмаһын сағылдырған китап та сығарған. Үҙ көстәре менән әҙерләнгән концерт байрамға килгән олоһон-кесеһен дә битараф ҡалдырманы. Ҡунаҡтарҙы Шамонин ауылының "Дарман" бейеү ансамбле, "Ағинәйҙәр" фольклор коллективы, талантлы балалар сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Һабантуйҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө булған милли һәм төрлө спорт уйындары ла байрамға йәм өҫтәне.
Шамонинда йәшәүсе Земфира Ҡасҡынбаева әйтеүенсә, һабантуй барыһының да күңеленә хуш килде:
– Байрамға һуңлабыраҡ килһәк тә, һабантуйҙың барлыҡ матурлығын күреп-тойҙоҡ. Бөтә ерҙә шундай күңелле, байрамса ине. Башҡорт милли кейемдәре, тирмәләр, биҙәүестәр, тирә-яҡ башҡорт рухы менән һуғарылғайны. Айырыуса концерт, милли көрәш оҡшаны. Дәртле, мәрәкәле алып барыусылар тамашаның бер йондоҙо булдылар тиһәң дә була. Икенсе йылда ла шундай матур байрамды көтөп ҡалабыҙ, – тип бүлеште ул тәьҫораттары менән.
Фотолар Шамонино сайтынан