Все новости
Новости
8 Июня 2019, 16:25

Быуындар сылбыры өҙөлмәҫ!

Күптән билдәле бер хәҡиҡәт бар – тарихҡа күҙ һал да, киләсәгеңде күҙалла. Был күркәм сараның төп ҡаҙанышы – ата-бабаларыбыҙға, нәҫелебеҙгә ҙур хөрмәт күрһәтеү ул. Барыһы сарала 5 ғаилә үҙ шәжәрәһен барланы. Ауылдаштары Назыровтар, Вәхитовтар, Аллаяровтар, Зариповтар, Мингаевтар ғаиләләренең шәжәрәһе менән танышты, улар менән ғорурланып, һоҡланып ултырҙы.

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең 2006 йылдың 10 майында баҫылып сыҡҡан Шәжәрә байрамдары үткәреү тураһындағы ҡарары халыҡтың нәҫел-зат тамырҙарына ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеүгә һәм милли йолаларҙы тергеҙеүенә, һис шикһеҙ, ҙур этәргес булды.
— Хәҙер күп урындарҙа шәжәрә байрамдары ойошторола, бик күптәребеҙ үҙенең ырыу, ара, ғаилә шәжәрәләрен асыҡлап, ата-бабаларының кем булыуын танып, ошоғаса белмәгән туған-тыумасаларын таба, — тип уйҙары менән уртаҡлаша Өфө районы Миловка ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Фәрүәз ҡыҙы Шафиҡова. — Байрамдар була ла үтә, әммә ете быуын ҡәрҙәшеңде таныу, үҙ ғаиләңдең тамырҙарын, тарихын белеү кеүек йән талабы үтмәҫ, әхлаки һәм тәрбиәүи әһәмиәтен бер ваҡытта ла юғалтмаҫ.
Алдыңғы ҡарашлы уҡытыусы, рухлы Ғафури районы ҡыҙы 2006 йылда уҡ әле йәшәп ятҡан һәм эшләп йөрөгән рус ауылында сикһеҙ әһәмиәтле сараларҙың береһе — Шәжәрә байрамын башлап ебәрә. Был юлы ла сара бик матур ойошторолған ине. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Филюс Ҡалмырҙин башҡарыуындағы мәшһүр “Уралым” йыры, Республикабыҙҙың халыҡ артисы Артур Туҡтағоловтың дәртле сығышы, виртоуз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр һәм милли биҙәүестәр эшләүсе Гөлгөнә Зәйнетдиновтарҙың ҡатнашыуы байрамға бәҫ өҫтәне, уйландырҙы, күңелдәрҙе елкендерҙе.
Күптән билдәле бер хәҡиҡәт бар – тарихҡа күҙ һал да, киләсәгеңде күҙалла. Был күркәм сараның төп ҡаҙанышы – ата-бабаларыбыҙға, нәҫелебеҙгә ҙур хөрмәт күрһәтеү ул. Барыһы сарала 5 ғаилә үҙ шәжәрәһен барланы. Ауылдаштары Назыровтар, Вәхитовтар, Аллаяровтар, Зариповтар, Мингаевтар ғаиләләренең шәжәрәһе менән танышты, улар менән ғорурланып, һоҡланып ултырҙы. Быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡ хистәрен нығытыуҙа, һәр ырыуҙаштың, ара-нәҫелдәштең үҙ шәжәрәһе алдында яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеү, тарихи хәтерен тергеҙеү, арҙаҡлы шәхестәрҙең данын күтәреү йәһәтенән шәжәрә байрамдарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Шуға ла һәр кем үҙ тамырҙарын белергә тейеш. Был сарала ҡатнашыусы ғаиләләр төрлө райондарҙан күсеп килгән был Миловка ауылына. 5 ғаилә шәжәрәһе шул уҡ ваҡытта 5 төбәк тарихы булыуы менән дә ҡыҙыҡлы булды.
Был матур байрамды ойоштороусылар нәҫел тамырҙарын барлауға, быуындар сылбырын нығытыуға, тарихҡа аныҡ маҡсат менән сәйәхәт ҡылыуға, үҫеп килеүсе быуында тыуған ере тарихына, туғанлыҡ тамырҙарына яңы ҡараш тыуҙырырға тырышты. Ошондай ойоштороусылар, данлы ғаиләләр барҙа быуындар сылбыры өҙөлмәҫ!
Сара тураһында тулыраҡ "Ватандаш" журналының алдағы һандарында.
Читайте нас: