Все новости
Новости
24 Мая 2019, 15:59

Өфөлә беренсе тапҡыр “Мин башҡортса һөйләшәм” музыка фестивале ойошторола

26 май сәғәт 17:00 Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда «Мин башҡортса һөйләшәм» исемле сара ойошторола. «Мин башҡортса һөйләшәм» — асыҡ һауала үткәрелгән беренсе билдәле башҡорт музыкаһы фестивале. Концертта Rena Rnt, Burelar, Наиль Bashstyle, Милена Зарипова, Алтынай Валитов, Рузит, Q-YAN, Каsл, ЙыртҠыS, S.Е.R., Ruzilä һәм башҡа Тәмлекәстәр, IZI, Алтынай Загитова, K-RU (Kazan) һәм башҡа башҡорт эстрадаһының билдәле артистары һәм әлегә танылмаған йырсылары ҡатнашасаҡ. Фестивалдең алып барыусыһы — популяр блогер Фидан Килмөхәмәтов.

26 май сәғәт 17:00 Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда «Мин башҡортса һөйләшәм» исемле сара ойошторола. «Мин башҡортса һөйләшәм» — асыҡ һауала үткәрелгән беренсе билдәле башҡорт музыкаһы фестивале.
Концертта Rena Rnt, Burelar, Наиль Bashstyle, Милена Зарипова, Алтынай Валитов, Рузит, Q-YAN, Каsл, ЙыртҠыS, S.Е.R., Ruzilä һәм башҡа Тәмлекәстәр, IZI, Алтынай Загитова, K-RU (Kazan) һәм башҡа башҡорт эстрадаһының билдәле артистары һәм әлегә танылмаған йырсылары ҡатнашасаҡ. Фестивалдең алып барыусыһы — популяр блогер Фидан Килмөхәмәтов.
«Мин башҡортса һөйләшәм» — йәмғиәт эштәренә битараф булмаған кешеләр һәм «YUL» ойошмаһы менән берлектә ойошторолған сара. Фестиваль үҫеп килгән быуындың иғтибарын туған телдәге ижадҡа йәлеп итеү, башҡорт теле даирәһен киңәйтеү һәм яңы башҡарыусыларҙы табыуға йүнәлтелгән.
Читайте нас: