«Повестарҙа балалар, үҫмерҙәр тормошо, үҙ-ара мөнәсәбәттәре, килеп тыуған конфликттар тасуирлана. Хәҙерге заман балалары өсөн дә ҡыҙыҡлы, фәһемле, мауыҡтырғыс буласаҡ был йыйынтыҡ, тип уйлайым. Китап тағы шул яғы менән дә үҙенсәлекле: унда Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты һәм Мәләүез районы Яңауыл башланғыс мәктәбе уҡыусылары төшөргән һүрәттәр менән биҙәлгән әҫәрҙәр баҫылды», — тип бүлеште баҫманың мөхәррире Римма Зәйтүнова.
Йыйынтыҡты «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2.