Все новости
Новости
18 Мая 2019, 20:34

Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров та ҡатнашты.

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров та ҡатнашты.
БДУ-ла был сара быйыл 5-се тапҡыр ойошторолдо һәм был юлы туған телебеҙҙе яҡшы белгәндәр һәм уны өйрәнергә теләүселәр өсөн айырым майҙансыҡтар булдырылды. Университеттың иң ҙур 01-се һәм 02 се аудиториялары халыҡ менән шығырым тулғанлыҡтан, 400-сө аудитория ла йәлеп ителде.
Мәғариф акцияһы ҡурайҙа Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев башҡарыуында «Урал» көйөн тыңлауҙан башланды. Унан һуң йыйылыусыларҙы “Өфө йүкәләре йыры” менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камалов тәбрикләне.
Диктант өсөн быйыл Салауат Әбүзәровтың “Ағыла ҡурай моңо” тигән тексы һайлап алынды. Тәүге залда уны Хөрмәтулла Үтәшев, икенсеһендә Ростислав Мырҙағолов уҡыны. Әйткәндәй, 2015 йылда башҡорт теленән үткәрелгән иң беренсе диктантты ла Хөрмәтулла Үтәшев яҙҙыртҡайны.
Диктант яҙыусылар араһында дәүләт эшмәкәрҙәре, депутаттар, билдәле ғалимдар, яҙыусылар, артистар, журналистар бик күп булды. Сараға бирелгән ваҡыт үткәс тә халыҡ таралырға ашыҡманы. Күмәкләп фотоға төштөләр, аралаштылар. Һәр кем аудиторияла ғына түгел, күңелдәрҙә тантана иткән рух күтәренкелеген оҙағыраҡ һаҡлап ҡалырға тырышты.
Юлай Кәримов фотолары
Читайте нас: