Все новости
Новости
17 Мая 2019, 19:25

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың алып барыусылары билдәләнде

18 май сәғәт 10.00 башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы үтәсәк. Диктанттың алып барыусылары билдәләнде. Артабан беҙҙең сайтта:

18 май сәғәт 10.00 башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы үтәсәк. Диктантта Рәсәйҙә генә түгел, Канада, Төркиә, АҠШ, Франция, Германия, Бөйөк Британия, Ҡаҙағстан илдәрендә лә йәшәгән башҡорттарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Акцияның төп майҙансығында — Башҡорт дәүләт университетында — башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн диктантты Рәсәйҙен һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡый. Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн «Башинформ» йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов алып барыусы була. Улар уҡыуында эфир акцияның рәсми сайтында күрһәтеләсәк.
Диктантты яҙырға теләүселәр өсөн тағы ла ике майҙансыҡ ойошторола. Башҡорт телен яҡшы белгәндәргә «Радость есть» кафеһында диктантты популяр блогер Фидан Килмөхәмәтов уҡыясаҡ. Ә «Ҙур Нэнэйкэ» кафеһында башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн диктор ролен скульптор, билдәле карикатурист Камиль Буҙыҡаев үтәйәсәк.
Читайте нас: