Все новости
Новости
6 Мая 2019, 18:50

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 18 майҙа үткәрелә

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә берҙәм көндә — 2019 йылдың 18 майында үткәрелә. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10.00 башлана. Диктанттың девизы: “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”.Диктант үткәреләсәк төп майҙансыҡтар:

Был матур сара Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә берҙәм көндә — 2019 йылдың 18 майында үткәрелә. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10.00 башлана. Диктанттың девизы: “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”.
Диктант үткәреләсәк төп майҙансыҡтар:
Башҡорт дәүләт университетының төп уҡыу корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32) 2-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 1-се аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн).
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2-се корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3а) 202-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 206-сы аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн).
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 43).
Альтернатив майҙансыҡтар БДУ филиалдарында, Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙәге дөйөм, урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениеларында булдырыла.
Баш ҡалабыҙҙа, диктант яҙырға теләүселәргә, “Арт клубы” (Карл Маркс урамы, 37/1-се корпус, 310-сы кабинет), Территория 3000, “Ҙур Нәнәй” (Менделеев урамы, 134/7, 3-сө ҡат, А и Б инеү урыны), “Радость есть” кафеһында (Пушкин урамы, 94) майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.
Ә республикабыҙҙың төрлө райондарында, күрше өлкәләрҙә, Силәбе, Пермь, Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, хатта Америка Ҡушма Штаттарында, Канада, Германия, Төркиә, Франция, Англияла йәшәүселәр диктант яҙыуҙы үҙ аллы ойоштора. Үҙенең дикторын һайлап йәки төп майҙансыҡтан барған онлайн трансляцияға ҡушылып яҙасаҡ.
Иҫкәртмә. Башҡорт теленән региональ диктант 2015 йылдан Башҡорт дәүләт университетында үткәрелеп килде. 2019 йылда, был сараның юбилей йылында, Халыҡ-ара статус алды. Диктант – хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.
Диктант тураһындағы тулы мәғлүмәт Халыҡ-ара диктанттың http://bashkdictant.ru/ сайтында урынлашҡан.
Читайте нас: