Все новости
Новости
1 Мая 2019, 11:03

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев әҙәбиәт музейына яңы экспонаттар тапшырҙы

Халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙан бүләк. Башҡортостандың милли әҙәбиәт музейына әҙип үҙенең шәхси архивында һаҡланған һирәк китаптарҙы, тамырҙары менән төркмән милләтенән булған,17 -се быуатта Төркиәлә йәшәп ижад иткән шағир Ҡарасауғландың бронза һынын, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы Тельман Ғәзизов тарафынан эшләнгән фотоальбомдарын тапшырҙы.

Сарала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, прозаик, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Тәлғәт Сагитов, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ринат Камалов, журналист, яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студенттар, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Читайте нас: