Все новости
Новости
29 Апреля 2019, 01:08

Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте

Башҡортостанда «Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы үтте. Сара урмандарҙы тергеҙеү айлығы сиктәрендә уҙғарылды. Ул 20 апрелдән 20 майға тиклем дауам итә.

27 апрелдә Башҡортостанда «Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы үтте. Сара урмандарҙы тергеҙеү айлығы сиктәрендә уҙғарылды. Ул 20 апрелдән 20 майға тиклем дауам итә.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһында йәмғеһе 112 мең кеше ҡатнашты, улар араһында — ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, эре предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре. Барлығы 400 гектарҙа миллион ярым шыршы, ҡарағай, саған һәм башҡа ағас үҫентеләре ултыртылды.
Мәҫәлән, «Ағас ултырт — ғүмер бүләк ит» акцияһында Ауырғазы районы халҡы һәм хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты. З.Р. Саярова етәкселегендә Ауырғазы районы хакимиәтенең финанс идаралығы коллективы тирәктәр һәм ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртты.
Быйыл барлығы 7300 гектар майҙанда 28 миллиондан ашыу ағас үҫентеһе ултыртыу планлаштырыла. Тирә-яҡты йәшелләндереү акцияһында һәр кем ҡатнаша ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте республиканың урман хужалығы министрлығының рәсми сайтында белергә мөмкин.
Читайте нас: