«Ватандаш» журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә был саранан ситтә ҡалманы: бүлмәләрҙе йыйыштырып, эш урындарын тәртипкә килтереп, тәҙрәләрҙе йыуҙы. «Оҙайлы ҡыштан һуң башҡарылған эштәр күңелдәрҙе лә күтәрҙе, бүлмәләр яҡтырып, һауа сафланып киткәндәй булды. Ғөмүмән, яҙғы өмәләр бөхтәлекте һаҡлауҙа тағы бер сәбәп булып тора» — ти улар.