“Туҡай төрлө телдәрҙә” номинацияһында балалар шағирҙың әҫәрҙәрен башҡорт, татар, рус, мари, удмурт, сыуаш, ғәрәп, инглиз, немец, француз телдәрендә һөйләне. “Ғәмле донъя” номинацияһында Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәре яңғыраны. Саҡмағош районы Үрнәк ауылынан Айгиз Сафиуллин еңеүсе тип табылды. Ул Татарстан Республикаһы Президенты һәм Бөтә донъя татар конгресының махсус бүләгенә лайыҡ булды.