Башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, башҡорт халҡы ҙур юғалтыу кисерҙе. 80 йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, 2008-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы, Башҡортостан Гимны авторҙарының береһе – Рауил Төхфәт улы Бикбаевтың йөрәге туҡтаны. Хәтерҙә ул аҡыл эйәһе, халыҡ яҙмышы өсөн янып, әсенеп йәшәгән ир-ат, “Ватандаш” тың тоғро дуҫы булып ҡалыр.
Рауил Бикбаев менән хушлашыу бөгөн, 25 апрелдә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа сәғәт 11-ҙә була.