Все новости
Новости
17 Апреля 2019, 13:03

Саранан ситтә ҡалмағыҙ!

Быйыл яҙыусы-фронтовик, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына - 100 йыл. Ошо уңайҙан 24 апрелдә Башҡорт дәүләт филармонияһының Кесе залында билдәле әҙип иҫтәлегенә арналған тантаналы кисәуҙғарыла.

Быйыл яҙыусы-фронтовик, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына - 100 йыл. Ошо уңайҙан 24 апрелдә Башҡорт дәүләт филармонияһының Кесе залында билдәле әҙип иҫтәлегенә арналған тантаналы кисә уҙғарыла.
Редакциябыҙ ҡунағы – яҙыусының ҡыҙы Һөйөклө Ғәли ҡыҙы әйтеүенсә, сараның төп ойоштороусылары - БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Яҙыусылар союзы. Кисәлә билдәле әҙиптең ҡәләмдәштәре ҡатнашасаҡ, сәнғәт оҫталары тарафынан матур концерт программаһы ла ҡаралған. Шулай уҡ “Китап” нәшриәте ойошторасаҡ күргәҙмәлә Ғ.Ибраһимовтың башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән “Кинйә” романын һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Сара 19 сәғәттә башлана.
Читайте нас: