Билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышева “Ватандаш” журналына өр-яңы поэмаһын килтерҙе. Башҡортостан мөхтәриәтенең 100 йыллығына арналған әҫәрҙең "Контра" тип аталыуы шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Һәм беҙ авторға уның яҙылыу тарихын һөйләүен үтенеп мөрәжәғәт иттек.
«Мин үҙемдең бабаларымдың тарихын, золомға дусар булғандарын белмәй үҫтем, атайым бер ҡасан да был турала һөйләмәне. Икенсе курста уҡып йөрөгәнемдә беҙҙең ауылға атайымдың ике туған бабаһы Әхмәтгәрәй Сәйетгәрәй улы Ҡарамышев килде, ул да һөргөндә булған. Бына шунда мин төндәр буйы уның һөйләгәндәрен тыңлап ятып күп нәмәне белдем, аҙаҡ ул бабайым янына Стәрлегә барып йөрөнөм. Оҙаҡ йылдар күңелемдә йөрөттөм был әҫәрҙе, яҙырғамы, юҡмы, тип икеләндем. Тарихсылар менән кәңәшләштем. Улар һин уйлап сығарған тарих түгел, ысынбарлыҡты яҙырға кәрәк, тинеләр. Бына шулай тыуҙы ул әҫәр», — тип һөйләне Таңһылыу Фаяз ҡыҙы.
Мин үс алдым һинән бер саҡ,
“Атаң ҡайтһын әле бына! –
Кисен ҡайтып, контра нимә,
“Контра ҡыҙым, кил бында”, – тип
Үтте йылдар... Көтмәгәндә
Мин йүгереп өйгә ҡаттым...
“Контра ҡыҙым, кил бында”, – тип
Үтте йылдар... Атай ҡайтты,
Сикһеҙ шатлыҡ күңелдәрҙең
Ошолай башлана поэма. Тулы килеш уны журналдың апрель һанында уҡый алаһығыҙ.