Все новости
Новости
12 Апреля 2019, 18:41

Бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы эшен дауам итте

Башҡорттеле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы эшен дауам итте. "Торатау" конгресс-холындауҙған пленар ултырышта йыйылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы башлығывазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм башҡорт теленуҡытыуҙы яҡшыртыу өсөн мөһим йүнәлештәрҙе билдәләп үтте. Шулай уҡ Радий Фәрит улы бер-нисә башҡорт телеуҡытыусыһына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы"исемен тапшырҙы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы эшен дауам итте. "Торатау" конгресс-холында уҙған пленар ултырышта йыйылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм башҡорт телен уҡытыуҙы яҡшыртыу өсөн мөһим йүнәлештәрҙе билдәләп үтте. Шулай уҡ Радий Фәрит улы бер-нисә башҡорт теле уҡытыусыһына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" исемен тапшырҙы. Был маҡтаулы исемгә Республика инженер лицей-интернатынан А.М.Абдуллина, Миәкә районынан Ф.А.Абдулова, 5-се һанлы республика мәктәп-интернатынан К.А.Аширбаева, Бөрйән районынан Р.Р.Баязитова, Хәйбулла районынан З.Х.Билалова, Өфө ҡалаһының М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан М.А.Ғиззәтуллина, Р.Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатынан А.Х.Кайбышева, Өфө ҡалаһының 156-сы мәктәбенән Н.Н. Кинйәбаева, А.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусы уҡытыусыһы Г.Ҡ.Мәмбәтҡолова, Өфө ҡалаһының М.Горький исемендәге 3-сө гимназияһынан Г.М.Садиҡова лайыҡ булды. Шулай уҡ милли мәғариф ветерандарын тәбрикләү һүҙҙәре яңғыраны.
Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин үҙенең сығышында башҡорт телен уҡытыуҙың кимәлен күтәреү буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Беренсенән, 2024 йылға Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Ишембай, Туймазы ҡалаларында, Дүртөйлө, Дыуан, Белорет, Әбйәлил райондарында башҡорт, рус, инглиз һәм шулай уҡ көнсығыш телдәрен төплө өйрәнеү буйынса 12 лингвистик гимназия асырға тигән тәҡдим яңғыраны. Икенсенән, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә дәртләндереү сараларын күреү, шул маҡсатта башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа, "Урал батыр" эпосы буйынса конкурста еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы башлығының махсус премияһын булдырыу; башҡорт теле буйынса регион-ара олимпиадаларҙа еңеүселәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар биреү, бөтә Рәсәй олимпиадалар исемлегенә инеү мәсьәләһен хәл итеү зарурлығы әйтелде. Шулай уҡ башҡорт теле буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүселәрҙе дәртләндереү премияһын арттырырға тәҡдим ителде. Туған телдәр уҡытыусыларын әҙерләү, уларҙың квалификацияһын күтәреү, фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү мөһимлеге билдәләп үтелде.
Артабан съезда ҡатнашыусылар "Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәр: бөгөнгөһө һәм киләсәге"; "Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле: тәжрибә һәм яңылыҡтар"; "Этномәҙәни белем биреү мөхите: лингвистик шәхес формалаштырыуҙа күсәгилешлек"; "Урта һәм юғары һөнәри белем биреү системаһында башҡорт теле: көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре"; "Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтетеүҙә ғаиләнең роле"; "Башҡорт телен өйрәнеүҙә цифрлы белем биреү мөхитен булдырыу"; "Мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте: туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре" тип исемләнгән дискуссия майҙансыҡтарында эштәрен дауам итте.
Шулай уҡ "Торатау" бинаһында төрлө күргәҙмәләр эшләне, республиканың ғалимдары һәм педагогтары башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеүҙә яңы интерактив технологиялар менән таныштырҙы.
Читайте нас: