Все новости
Новости
11 Апреля 2019, 19:01

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы асылды

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы асылды. Сара ҡурайсылар башҡарыуында «Урал» башҡорт халҡы көйөн аяғүрә тыңлауҙан башланды. Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Вәкил улы Хажин сығыш яһаны һәм бер төркөм уҡытыусыларға «Мәғариф алдынғыһы» билдәһен тапшырҙы. Шулай уҡ тантанала министрлыҡтың почет грамоталары тапшырылды.

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы асылды. Сара ҡурайсылар башҡарыуында «Урал» башҡорт халҡы көйөн аяғүрә тыңлауҙан башланды. Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Вәкил улы Хажин сығыш яһаны һәм бер төркөм уҡытыусыларға «Мәғариф алдынғыһы» билдәһен тапшырҙы. Шулай уҡ тантанала министрлыҡтың почет грамоталары тапшырылды.
Башҡортостандың «Мәғариф алдынғыһы» исеменә лайыҡ булған Гөлфиә Тимерғәли ҡыҙы Рәхмәтулина, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Байрамғол урта мәктәбендә башҡорт телен уҡыта. «1989 йылдан бер мәктәптә эшләйем, быйыл 30 йыл буласаҡ. Башҡортостандан ситтә башҡорт телен уҡытыу айырыла, сөнки мөхит икенсе: балалар күберәк рус телендә һөйләшә. Ҡала мәктәптәренә ҡарағанда мөмкинселектәребеҙ әҙерәк булһа ла, ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ. Яңы технологияларҙы ҡулланып, компьютерҙа төрлө мультимедиялы презентациялар эшләп, видеороликтар яһап, балаларҙы нисек тә булһа йәлеп итергә, ҡыҙыҡһыныуын уятырға тырышабыҙ», — тине ул.
Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булыусылар араһында Нефтекама ҡалаһының 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Рәхимйән ҡыҙы Әхмәтшина ла бар. «Ошо мәртәбәле съезға ҡала исеменән килгән уҡытыусыларҙың береһемен. Байрам шул ҡәҙәре матур башланып китте. Хәҙер мәктәптәргә таралабыҙ. Ә мәктәптә эшләүемә 28 йыл инде. Бик күп эшләп, бик күп күреп, донъяның асыһын, сөсөһөн күргән кешемен», — тип тәьҫораттары менән бүлеште Әлфирә Рәхимйән ҡыҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр үткәрелгән ҙур форум башланыуы менән ҡотланы һәм ойошманың юғары наградаһын — «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалын тапшырҙы.
Данир Әхмәҙи улының съезда ҡатнашыусыларҙы сәләмләү һүҙенән: «Беренсе съезд бик иҫтәлекле ваҡиғаларға бай йылда үтә: быйыл тыуған республикабыҙ үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй, июнь аҙағында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыласаҡ. Унда башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы буйынса фекер алышып, уны раҫлау күҙ уңында тотола. Тағы бер 20-30 йылдан һуң халҡыбыҙ нисек, ниндәй хәлдә буласаҡ, шуны күҙалларға тырышасаҡбыҙ. Был эштән башҡорт теле уҡытыусылары ла ситтә ҡалмаҫ, үҙҙәренең тос фекерен еткерер тип уйлайбыҙ».
Съезды асыу тантанаһында хеҙмәт юлын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлаған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин сығыш яһаны, Учалы делегаты Фәнил Бүләков ҡатнашыусыларға шиғри күстәнәс бүләк итте. Йырсы Рәфис Сирусин «Сибай» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы, шулай уҡ сараны ансамблдең «Һабантуй» бейеүе биҙәне.
Артабан съезд Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә эшен дауам итә.
Читайте нас: