Все новости
Новости
10 Апреля 2019, 17:12

Ихтирам менән иҫкә алайыҡ

7 апрель көнө йәмәғәтселек халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе Зиннәтулла Булашевтың 125 йыллығын билдәләне.

7 апрель көнө йәмәғәтселек халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе Зиннәтулла Булашевтың 125 йыллығын билдәләне.
Республика халҡы Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығын киң билдәләүен дауам итә. Рәсәйҙең федерация ҡоролошона нигеҙ һалған республика тарихы бик бай һәм ҡатмарлы. Юбилей алдынан һәр төйәк, район, ауыл үҙ тарихына күҙ һалғандыр, төрлө сығанаҡтарҙан байтаҡ мәғлүмәттәр тапҡандыр, күренекле шәхестәрен иҫкә алғандыр.
Өфө районы Ҡарашиде ауылы ла бай тарихлы мөғжизәле төбәк. Районыбыҙҙа бороңғо башҡорт ауылдарының береһе һаналған Ҡарашиде тураһында тарихи сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр 1744 йылда телгә алына. 18 быуат аҙағында ул 12 йорттан тора, унда 1795 йылда 48 башҡорт йәшәй.1920 йылда халыҡ һаны 112 кешегә барып етә. Бөгөнгө көндә ауылда йәшәүселәрҙең төп өлөшөн өлкән йәштәгеләр тәшкил итә. Данлыҡлы ауылдаштары, үткән быуаттың 30-сы йылдарында киң билдәле сәйәсәт эшмәкәре Зиннәтулла Ғиззәт улы Булашевтың хөрмәтенә уның исеме менән яңы урамды атағандар. Мәктәп музейында оло шәхес тураһында мәғлүмәт туплағандар. Таҡтаташ асырға ла ниәттәре бар. Совет заманында Башҡортостандың халыҡ араһынан сыҡҡан күренекле етәкселәре араһында Зиннәтулла Ғиззәт улы Булашев лайыҡлы урын биләй. 1930-1937 йылдарҙа ул Башҡорт АССР-ының Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе вазифаһын башҡара. Совет эшен камиллаштырыу, сәнәғәтте, ауыл хужалығын үҫтереү, мәҙәниәтте күтәреү өсөн бар көсөн һала. Фиҙәкәр хеҙмәте өсөн 1935 йылда Ленин ордены менән наградлана.
Был ваҡытта Башҡортостан етәкселәре өҫтөнән шикәйәттәр яҙылып, репрессияға ла күп ҡалмаған була.”Халыҡ дошмандарын” асыҡлау ҡойоно бөтә республиканы ялмай. Йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ошо йылдарҙа ҡулға алына. Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Булашевты үҙе тирәләй башҡорттарҙы туплауҙа, наркомат аппараттарына күпләп башҡорттарҙы урынлаштырыуҙа, йәғни милләтселектә, агент Зәки Вәлидиҙе оҙаҡ йылдар фаш итергә ирек бирмәүҙә ғәйепләйҙәр. 1938 йылда З. Булашев ҡулға алына һәм шул уҡ йылдың 10 июлендә атыла.
Зиннәтулла Булашев Башҡортостандың үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Республикала төп индустриаль объекттарҙың төҙөлә башлауы ла тап уның эшмәкәрлегенә бәйле. Ябай халыҡтың, республикабыҙҙың именлеге өсөн эшләгән, ғүмере фажиғәле өҙөлгән шәхесте өлкәндәр генә түгел, киләсәк быуын да белһен, ихтирам менән иҫкә алһын ине.
Читайте нас: