Все новости
Новости
5 Апреля 2019, 15:28

Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейында әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы

4 апрелдә Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейының әҙәби ҡунаҡханаһында билдәле шағирә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты Әлфиә Нәзип ҡыҙы Әсәҙуллинаның ғүмер байрамы айҡанлы әҙәби-музыкаль сара уҙҙы.

4 апрелдә Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейының әҙәби ҡунаҡханаһында билдәле шағирә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллинаның ғүмер байрамы айҡанлы әҙәби-музыкаль сара уҙҙы.
Байрамға шағирәнең ижадташ дуҫтары, билдәле ҡәләм оҫталары, уның ижадын хөрмәт итеүселәр һәм Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары йыйылды. Сараны ойоштороусы музей мөдире, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова кисәне йәнле, ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева нәшриәт директоры Илһам Миңлеғәли улы Йәндәүләтов һәм коллектив исеменән ҡотлап сығыш яһаны.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнара Хажиева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Әхмәтова, китапханасы Разия Ғәйнуллина етәкселегендә килгән Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары юбилярҙың шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Моңло, аһәңле йырҙары менән күңелдәрҙе күтәргән йырсылар Хима Йәнбирҙина менән Гөлгөнә Ырыҫҡоловалар кисәне биҙәне.
Читайте нас: