Урта һөнәри белем биреү Башҡортостан агросәнәғәт колледжы Өфө районы Михайловка ауылы 83-сө лицейына ике уҡыу йорто — Иглиндәге 95-се һәм Шишмә районындағы 48-се училищелар — филиал булараҡ ҡушылып бынан дүрт йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Абруйлы уҡыу йортоноң сифатлы белгестәр әҙерләү өсөн матди-техник базаһы ныҡлы, белем алыусыларға бөтә шарттар булдырылған.
2009 йылда "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектында ҡатнашып, был уҡыу йорто 31 миллион һумлыҡ федераль грантҡа эйә булып яҡшы йыһазландырылыу мөмкинлеген алғайны. Шул йылдарҙа уҡыу корпустары, ятаҡхана капиталь төҙөкләндерелде. Бай тарихлы Михайловка лицейы ете меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Бөгөн колледж филиалдары менән берлектә республикабыҙҙыү төрлө райондарынан килгән 818 бала белем ала. Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, бер юлы әллә нисәмә һөнәргә өйрәтәләр. Уҡыу йорто шулай уҡ умартасылыҡ продукттарының сифатын билдәләү, бал ҡорто һәм иңкеш үрсетеү лабораториялары, ҙур умарталығы менән хаҡлы ғорурлана. Районыбыҙҙың "Алексеевка" хужалығы һәм баш ҡаланың йәмәғәт туҡланыуы тармағы предприятиелары Михайловкала уҡыған йәштәрҙе үҙенә практика осоронда уҡ эшкә йәлеп итә.
Күп профилле агросәнәғәт колледжына заманса эшсе һөнәрҙәрен үҙләштерергән йәш белгестәр үҙ уҡыу йортонон данын арттырып төрлө тарафтарҙа тырышып эшләй. Һәр йыл сығарылыш уҡыусыларының 65 %-ы эшкә урынлаша, 5 %-ы Башҡортостан дәүләт аграр университетында килешеү нигеҙендә ошо йүнәлештә уҡыуҙы дауам итеп, юғары белем ала, 30 проценты армия сафына юллана Юғары квалификациялы уҡытыусылар коллективы студенттарға һөнәр оҫталығы менән бергә яҡшы тәрбиә, рух ныҡлығы биреүгә, уларҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә көс һала. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре эшләй, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ә инде йәшәү шарттары хаҡында шуны әйтергә була: 2012 йылда 80 уҡыу йорто араһында үткәрелгән "Иң яҡшы ятаҡ" республика бәйгеһендә михайловкаларҙың беренсе урынды яулауы күп нәмә тураһында һөйләй түгелме! Ауыл хужалығы культураларын эшкәртеүсе заманса трактор һәм комбайндар, картуф баҫыуын эшкәртеүсе "Гримме" техникаһын өйрәнеү, практика үтеү йәштәрҙә бөгөнгө заман талаптарына ярашлы белгестәр әҙерләүҙә ҙур өлөш индерә. Колледждың үҙ баҫыуҙарында үҫтерелгән иген, картуф һәм йәшелсә балаларҙы ашханала көнөнә өс тапҡыр бушлай туҡландырырға, йәрминкәләрҙә ҡатнашып, үҙ продукцияһын һатыу мөмкинлеген дә бирә. Йылдар үтеү менән коллеж да үҫә, белгестәр әҙерләү даирәһе лә арта. Әле ауыл хужалығы механизацияһы, усадьба хужабикәһе, ауыл хужалығы производствоһы мастеры, тракторист-машинист, һатыусы, парикмахер, сәскә үҫтереүсе, йәшелсәсе, ашнаҡсы, кондитер, дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры, умартасы һөнәрҙәренә уҡыталар.
Был уҡыу йортонда белем алған күп йәштәрҙең артабан үҙ эшенең оҫтаһы, етәксе булып китеүе лә билдәле.Колледждың директоры ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Илшат Әминев — оҫта ойоштороусы, уңған хужа. Уның етәкселегендә был уҡыу йортонда эшсе һөнәрҙәр үҙләштереп ерҙә эшләгән, илде туйындырған белгестәр әҙерләнә. Бай тарихлы был уҡыу йорто төбәктә инде бер нисә йыл алдынғылар рәтендә. 2016 йылда республикала ауыл хужалығы һөнәрҙәре буйынса әҙерлек алып барған иң яҡшы профессиональ белем биреү учреждениеһы исеменә лайыҡ булды. Колледж уҡыусылары район, республика кимәлендәге сараларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Һуңғы еңеүҙәрен генә атап китеү ҙә уҡытыусылар коллективының, етәкселектең, уларҙың тәрбиәләнеүселәренең — буласаҡ йәш белгестәрҙең ҙур уңыштары тураһында һөйләй.
Ноябрь айында уҡыу йорто директоры Илшат Әминев Мәскәү ҡалаһында ВДНХ-ла үткәрелгән Рәсәй “Алтын көҙ — 2018” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашты. Гостехнадзор үткәргән конкурста «Взаимодействие Инспекции Гостехнадзора Республики Башкортостан с образовательными учреждениями при подготовке трактористов-машинистов» номинацияһында еңеп РФ ауыл хужалығы министрлығының Дипломы һәм көмөш миҙалы менән наградланды. Был уңыштың нигеҙендә, әлбиттә, уҡыу йортоноң материаль-техник базаһының бөгөнгө заман талаптарына тап килеүе лә ҙур роль уйнайҙыр. Был турала Ильшат Нәжметдин улы наградлау тантанаһында әйтеп үтте. Колледждың үҙ мобиль мастерскойы, экскаватор, автомобиль, комбайн тренажор-имитаторҙарының, трактодромы булыуы, студенттарҙың мультимедия информация программалары продукттарын ныҡлап үҙләштереүе һәм файҙалы ҡулланыуы, практик күнекмә сәғәттәренең артыуы, уҡыу барышында тест системаһын, профессиональ модуль һәм дисциплиналар буйынса видеоматериалдар ҡулланыу, иң мөһиме Республика һәм филиалдар урынлашҡан районгостехнадзор инспекциялары менән берлектә хеҙмәттәшлек итеү — уңышлы эштең һөҙөмтәһе икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Колледж уҡыусылыры ла конкурс, ярыштарҙа, олимпиадаларҙа ихлас ҡатнаша. Яңыраҡ ҡына физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр араһында IV милли һөнәри оҫталыҡ “Абилимпикс” конкурсында Михайловка колледжы уҡыусыһы Кристина Гвоздик тәүҙә Башҡортостанда “Энә менән бәйләү” компетенцияһында I урын яуланы, артабан республиканы данын илебеҙ башҡалаһы Мәскәүҙә яҡланы һәм“Студенттар” категорияһында үҙен ысын оҫта итеп танытып еңеүсе булды. Ғөмүмән, 1966 йылда эш башлаған, бай тарихҡа, данлы традицияларға эйә булған, белгестәр үҫтереп сығарған уҡыу йортоноң пландары ҙур һәм матур. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн педколлектив бар тырышлығын һала һәм заман менән бергә атлауын дауам итә.