Все новости
Новости
20 Декабря 2018, 20:06

Туған телде һаҡлаусы һәм яҡлаусылар

Күптән түгел Ғафүри районы Ағинәйҙәр ойошмаһы матур башланғысҡа юл һалып, төрлө ауылдарҙа осрашыуҙар ойоштора башланы. Осрашыуҙың тәүгеһе Сәйетбабала үткәйне. Икенсеһе Родина-Ватан ауылында булды. Фәүзиә Ҡотлогилдинаның “Көгөш моңдары” китабының исем туйы булараҡ та ойошторолған кисә уның шиғырына яҙылған “Ағинәйҙәр” йыры менән башланып китте. Районда Сәсәндәр мәктәбенең ойошторолоуына ике йыл тулыу ҙа билдәләнде сарала.

Күптән түгел Ғафүри районы Ағинәйҙәр ойошмаһы матур башланғысҡа юл һалып, төрлө ауылдарҙа осрашыуҙар ойоштора башланы. Осрашыуҙың тәүгеһе Сәйетбабала үткәйне. Икенсеһе Родина-Ватан ауылында булды. Фәүзиә Ҡотлогилдинаның “Көгөш моңдары” китабының исем туйы булараҡ та ойошторолған кисә уның шиғырына яҙылған “Ағинәйҙәр” йыры менән башланып китте. Районда Сәсәндәр мәктәбенең ойошторолоуына ике йыл тулыу ҙа билдәләнде сарала. Уның етәксеһе Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы ошо арауыҡта бик күп эштәр атҡарыуҙарын, республика Сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар яулауҙарын бәйән итте. Сәсәндәр мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар Ватан ауылы ағинәйҙәре менән берлектә “Килен төшөрөү” йолаһын да күрһәтте. “Йәншишмә” төркөмө ағзалары Ф.Ҡотлогилдинаның “Алтын балыҡ” әкиәтен дә оҫта итеп сәхнәләштергән.
Төркөмдә шөғөлләнеүсе балаларҙың һәр береһе тасуири итеп шиғыр һөйләне, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Улар район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова ҡулынан Сәсәндәр мәктәбенең һәм район Ағинәйҙәр ойошмаһының Дипломдарын һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Рәмзиә Ғайса ҡыҙы байрам тәьҫораттары менән уртаҡлашып, “Бөгөнгө сара ҡағыҙҙа яҙылған түгел, ә ысынында башҡарылған эштәрҙе, ағинәйҙәр ниндәй эштәр башҡарырға тейешлеген күрһәтте тине.
Ағинәйҙәр халыҡ араһында туған телде һаҡлаусы, яҡлаусылар ҙа икәнлеге осрашыуҙа тағы ла бер тапҡыр иҫбатланды. Сарала төрлө ауылдарҙан килгән ағинәйҙәр һүҙ алып, күркәм осрашыу үткәргәндәре өсөн Ватан ауылы ағинәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙеләр. Музыкаль бүләк алып килеүселәр ҙә булды: Үзбәк ауылынан Флүрә Ғәзизова ҡумыҙҙа, Себер тарафтарынан ҡайтҡан Мәүлиҙә Халиҡова флейтала дәртле көй уйнап ебәргәс, Фәүзиә апай бейергә лә төшөп китте. Имәндәш ауылы ағинәйҙәре матур йыр башҡарҙылар. Күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң, осрашыу Ватан ауылының ҡунаҡсыл, аш-һыуға оҫта ағинәйҙәре әҙерләгән мул һыйлы сәй табыны артында дауам итте.
Читайте нас: