Сарала ҡатнашҡан билдәле шәхестәр — Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, әҙибәнең улы — химия фәндәре докторы, профессор Тельман Әминев, “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, БР милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, билдәле прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал әҙибәнең башҡорт һәм Рәсәй әҙәбиәтендә тотҡан урыны, "Дуҫ булайыҡ" повесының яҙылыу тарихы, теге йәки был ҡәләм оҫтаһының ижад биографияһында Зәйнәб Абдулла ҡыҙының тотҡан роле, әҙибәнең ижади мираҫын һаҡлау һәм мәңгелләштереү проблемалары тураһында һөйләнеләр. Ә Көньяҡ Рәсәй дәүләт техник университеты профессоры Тельман Ғәзиз улы Әминев һөйөклө әсәһе тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Сарала ҡатнашҡан Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 6-сы класс уҡыусылары (класс етәксеһе - Гөлдәр Шамил ҡыҙы Сабитова) ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Улар өсөн шулай уҡ Мәжит Ғафури музейы буйлап экскурсия ойошторолдо. Кисәнең аҙағында әҙибәнең рухына бағышлап "Ҡөръән-Кәрим"дән аят-сүрәләр уҡылды. Педагогия фәндәре кандидаты, музейҙың ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова етәкселегендә әҙерләнгән был сара бөтә саҡырылған ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде, балалар өсөн айырыуса фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды.