Все новости
Новости
19 Декабря 2018, 16:58

Йәштәр ҡайтһын ауылға!

Радий Хәбиров тәүге көндәрҙән үк һаулыҡ һаҡлау тармағына ныҡлы иғтибар бирә, белгестәр әйтеүенсә, был тәбиғи. Сөнки ауылдарҙа медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртмай тороп ғүмер оҙонлоғон арттырыу йә демографик үҫеш хаҡында һүҙ йөрөтөү урынһыҙ. Бөгөн йәштәрҙе төбәктәргә эшкә йәлеп итеүгә күп көс һалына.

Радий Хәбиров тәүге көндәрҙән үк һаулыҡ һаҡлау тармағына ныҡлы иғтибар бирә, белгестәр әйтеүенсә, был тәбиғи. Сөнки ауылдарҙа медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртмай тороп ғүмер оҙонлоғон арттырыу йә демографик үҫеш хаҡында һүҙ йөрөтөү урынһыҙ. Бөгөн йәштәрҙе төбәктәргә эшкә йәлеп итеүгә күп көс һалына.
Кисә Башҡорт дәүләт медицина университетында Салауат ҡалаһы, Баймаҡ, Балтас, Ҡыйғы һәм Салауат районы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәренең студенттар менән осрашыуы үтте.
Был уҡыу йортонда Салауат районынан иллегә яҡын студент белем ала, улар араһында маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыусылар ҙа бар. Район етәксеһе урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов билдәләүенсә, дауалау-профилактика учреждениеларына йәш табиптарҙы йәлеп итеү район етәкселегенең төп бурыстарының береһе булып тора. Йәштәр алдында сығыш яһаусы Малаяҙ үҙәк дауаханаһы баш табибы Нурғәле Йыһанур улы Бикбулатов һәм начмед, дауалау буйынса баш табип урынбаҫары Валерий Сергеевич Шапочкин район үҙәгендә һәм ауылдарында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эш торошо, уңыштары һәм проблемалары тураһында һөйләп үтте, кадрҙар мәсьәләһенә туҡталды, табиптарға социаль ярҙам күрһәтеү саралары, шул иҫәптән «Земство табибы» программаһы хаҡында һөйләне, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ниндәй белгестәрҙең айырыса һорау менән ҡулланылыуы хаҡында әйтте. Нурғәле Йыһанур улы район дауаханаһы коллективында изге йөрәкле, киң күңелле, көслө ихтыярлы, эшһөйәр кешеләр эшләүен, уларҙың 7 пенсионер икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Иң тәжрибәле 78 йәшлек терапевт Әнүәр Хәлимовтың һаман кеше һаулығы һағында тороуын билдәләп үтте.
Райондың йәштәр сәйәсәте комитеты етәксеһе Илгиз Илдус улы Бәҙретдинов белем алып тыуған еренә ҡайтҡан белгестәр өсөн районда йәшәү кимәлен яҡшыртыу йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек алып барылыуы тураһында бәйән итте. Осрашыу барышында студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
—Яҡын киләсәктә райондың һаулыҡ һаҡлау системаһының кадрҙар рәтен тулыландырырһығыҙ, яҡташтарығыҙға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшырыту өсөн бөтә көсөгөҙҙө һәм белемегеҙҙе йүнәлтерһегеҙ, тип ышанабыҙ, — тине осрашыуҙы йомғаҡлап Айгиз Алис улы.
Читайте нас: