Все новости
Новости
29 Октября 2018, 16:09

Екатеринбург ҡалаһында ⅩⅥ Башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте.

28 октябрҙә Екатеринбург ҡалаһында Свердловск дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайында ⅩⅥ Башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Сараны Свердловск өлкәһе Башҡорт үҙәге (етәксеһе-Ф.Ф. Юнысова)Башҡортостандың 100 йыллығына арнаны.

28 октябрҙә Екатеринбург ҡалаһында Свердловск дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайында ⅩⅥ Башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Сараны Свердловск өлкәһе Башҡорт үҙәге (етәксеһе-Ф.Ф. Юнысова) Башҡортостандың 100 йыллығына арнаны.
Мәҙәниәт үҙәгенә йыйылыусылар бай йөкмәткеле тарихи-документаль күргәҙмә менән танышты. Фестиваль сиктәрендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияның темаһы: "Башҡорттар - Уралда тау эшенә нигеҙ һалыусылар". Уралдың аҫаба халҡы башҡорттарҙың борондан тау эше, мәғдән эшкәртеү менән шөғөлләнеүе билдәле, Исмаил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Яҡуп Аҙнағолов, Надир Уразмәтов һәм башҡа ватандаштарыбыҙ төбәктә металл эшкәртеү, руда сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Сарала ҡатнашыусы ғалимдар, тарихты өйрәнеүселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ошо хаҡта, шулай уҡ халҡыбыҙҙың тарихы, матди мәҙәниәтенә ҡағылышлы башҡа темаларға сығыш яһап, фекер алышты.
Байрам Сибай театр-концерт берләшмәһе, шулай уҡ өлкәнең һәм республиканың башҡа ижади коллективтары ҡатнашлығында ҙур концерт менән тамамланды.
Читайте нас: