Все новости
Наука
9 Июня 2023, 11:59
НАУКА

Вячеслав Чернев Мостай Кәрим ижады буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡланы

Май аҙағында журналыбыҙҙың авторы, Варшава университетының шәрҡиәт факультеты докторанты, Ырымбурҙа тыуып үҫкән Вячеслав Чернев Польшала «Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә ҡылым формаларының синтаксик функциялары» тигән темаға диссертация яҡланы.

Яҡлау барышын онлайн рәүештә тыңларға ул мине лә саҡырғайны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул көндө ҙур сарала ҡатнашыу сәбәпле, бәйләнешкә инә алманым. Фәнни дәрәжәгә эйә булыуы менән ҡотлап, тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынғас, ул түбәндәгеләрҙе һөйләне.

          – Яҡлау ике сәғәт дауам итте, өс өлөштән торҙо, – тип һөйләне Вячеслав. – Ғилми етәксем Ежи әфәнде Тулисов комиссия менән рәсми рәүештә таныштырғандан һуң, ғилми эштәремде һанап сыҡты. Башҡорт теле менән нисек шөғөлләнә башлағанымды әйтте. Шунан мин ҡыҫҡа ғына итеп эҙләнеү һөҙөмтәләрен атап үттем. Эҙләнеү инде нисәмә йыл дауам итте, мин уны яттан беләм, тиерлек.

Артабан рецензиялар уҡылды. Беренсеһе профессор Мажанна Поморсканан, икенсеһе әле Ҡаҙағстанда уҡытҡан, Америкала тыуып үҫкән, сығышы менән Өфө яғынан булған Юлай Шамил оғлу тигән профессорҙан ине. Мин рецензияларҙа бирелгән һорауҙарға яуап бирҙем.  

Комиссияла һәммәһе лә диссертациямды докторлыҡ дәрәжәһенә лайыҡ тип тапты, баҫтырып сығарырға тәҡдим иттеләр. Әйткәндәй, Польшалағы докторлыҡ диссертацияһы Рәсәйҙә кандидатлыҡҡа тура килә.  Докторлыҡ дәрәжәһенә эйә булыу өсөн икенсе диссертация яҙыу хәжәте юҡ. Уның өсөн башҡа бер темаға ғилми китап сығарып, ыңғай рецензиялар алыу етә.

Был дәрәжәгә лә лайыҡ буламмы, һеҙҙеңсә?

Көтмәгәндә шундай һорау менән тамамланы һүҙен Вячеслав. Шул тиклем тырышлыҡ, шул тиклем ныҡышмалылыҡ менән, әлбиттә!  Бәләкәй саҡтан күҙҙәре насар күреүгә ҡарамаҫтан, ун телде өйрәнгән, хәҙер килеп Европала башҡорт теле буйынса диссертация яҡлауға өлгәшкән егеттең ҙур-ҙур дәрәжәләре алда күп булыр әле. Уға иҫәнлек-һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ!

Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн шуны ла өҫтәйем: Вячеслав Черневтың тел ғилеменә ҡағылышлы мәҡәләләре  «Ватандаш» журналының 2022 йылғы 5-се һәм 10-сы һандарында баҫылды.

Рәшиҙә Мәһәҙиева,

«Ватандаш» журналының баш мөхәррире,

 Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: