Все новости
НАЦИОНАЛЬНЫЕ ПРОЕКТЫ
3 Сентября , 12:59

Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты

Бөгөн Брәтәк ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үтте.

Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты
Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты

Тантанала район хакимиәте башлығы Ғ. М. Манапов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Т. Р. Насыров ҡатнашты. Улар барыһын да ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, яңы ФАП-тың ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға, урындағы халыҡтың уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы аласағына ышаныс белдерҙе.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, персонал өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Унда йәш фельдшер Айзилә Фәхрийәнова эшләйәсәк. 2 йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, йәш табип халыҡ һөйөүен яулап та өлгөргән.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән.

Источник:https://vk.com/wall-13580677_97983 

Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты
Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты
Автор:
Читайте нас: