2025 йылға яңы пландар һыҙып һөйләшеү ойошторҙо яҙыусылар. Берекмәнең юбилейына әҙерлек эштәре һәм ижад тирәләй һүҙ барҙы унда. Ҡорҙо берекмә етәксеһе, шағирә Сәфинә Хәкимова алып барҙы, ул үҙенең сығышында ҡәләмдәштәренә әүҙемлек, илһамлы ижад миҙгелдәре теләне.
Һүҙ артабан олуғ татар авторы Габдулхаҡ Әхмәтов ижадына күсте. Уның яңы йыйынтығының исем туйына бағышланған өлөшөн китапхананың милли бүлек мөдире үҙе Резида Рәшит ҡыҙы Ғайсина биҙәп алып барҙы. Ҡәләмдәштәре, шәхси өлгө күрһәткән 88 йәшлек авторҙы, ихлас тәбрикләне. Шамил Әхмәтшиндың үҙенең тәрән хисле шиғырҙарын йөрәкһеп уҡыны. Алтын ҡуллы оҫта Йәмилә Хисмәтованың аҡҡоштай йөҙөп бейеүҙәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғайсинаның моңло йырҙары күңелдәргә хуш килде.
Был мәлдә, гүйә, йыр-моң биләп алды тотош Ер шарын...