Диктантты бергәләп яҙыу күңелле һәм матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Университетҡа килеп инеү менән байрам атмосфераһы булдырылған: башҡорт милли кейемендәге егет һәм ҡыҙҙар милли көй аҫтында сәләмләп ҡаршы алдылар. Ә икенсе ҡатта матур күргәҙмә ойошторолған, сараға килеүселәр өҙҙөрә баҫып бейеп тә алдылар. Башҡорт теленән диктант башҡорт халыҡ йыры "Урал" менән башланып китте.
Быйыл диктант яҙыусылар «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, прозаик, шағир Мөнир Ҡунафин, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе Зифа Илбахтинаның текстарын яҙҙы. Был уҡыу йортонда башҡорт телен һәйбәт белеүселәргә диктантты Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы рәйесе, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов уҡыны.
Был акцияға быйыл 10 йыл. Тәүге тапҡыр башҡорт теленән диктант 2015 йылда ойошторола. Был идеяның авторы – беҙҙең журналыбыҙҙың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева. Бөгөн Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙына Республика башлығы Радий Хәбиров “Патриот” хәрби-патриотик паркында Рәхмәт хаты тапшырҙы. Коллегабыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, тағы ла ижади уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!
Фотолар: Олег Яровиков
Наилә Насырова