Все новости

Баш ҡалала милләт ҡотон һаҡлап!

Кисә Мәскәүҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ифтар мәжлесе үтте.

Баш ҡалала милләт ҡотон һаҡлап!
Баш ҡалала милләт ҡотон һаҡлап!

Баш ҡала ресторандарының береһенә 200-гә яҡын гүзәл зат йыйылды. Ифтарға улар милли кейем кейеп киләйне.
Мәскәү мөхитендә балаларына башҡорт телен өйрәтеп, үҙебеҙҙең милли биҙәүестәребеҙҙе етештереп, кейемдәр тегеп, гөрләшеп йәшәгән һылыуҙар һоҡландырҙы. Шундай берҙәм, шундай татыу улар, ә араларында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Быуындар күсәгилешлеге лә күҙәтелә: ифтарға оло йәштәге ханымдар ҙа, йәш кенә студент ҡыҙҙар ҙа саҡырылғайны.
Мәскәү ҡатын-ҡыҙҙары Ҡөрьән аяттары, дәғүәт тыңлап, ауыҙ асты. Сара шулай уҡ дини темаға викторина, йыр-бейеү, мөнәжәт, шиғыр менән биҙәлде

Баш ҡалала милләт ҡотон һаҡлап!
Баш ҡалала милләт ҡотон һаҡлап!
Баш ҡалала милләт ҡотон һаҡлап!
Баш ҡалала милләт ҡотон һаҡлап!
Баш ҡалала милләт ҡотон һаҡлап!
Баш ҡалала милләт ҡотон һаҡлап!
Автор:Зөлфиә Ханнанова
Читайте нас: