Улар бәпескә “Йүргәк исемен ҡушыу”ҙы тәҡдим итте. Тапшырыуҙа “Салауат Юлаев” драмтүңәрәге етәксеһе Джураев Кәрим Хаҡбирҙе улы, түңәрәк ағзалары: Вәлитова Гөлнәзирә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы, Ибраһимова Альвира Ғәлиәхмәт ҡыҙы, Ҡәрипова Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы ҡатнашты. Тыуған ерҙәренән алыҫ йәшәүгә ҡарамаҫтан, үҙ халҡын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, байрамдарын онотмайҙар, уларҙы яҡтыртып, киләһе быуындарға тапшырыуҙа һәр ваҡыт әүҙем эш алып баралар. Афариндар, ватандаштар!
“Ташкент ҡалаһында эшмәкәрлек алып барған Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәген үҫтереүгә күп көс һалған Зарипова Гөлнур Ғәләүетдин ҡыҙына “Йүргәк исемен ҡушыу” йолаһын экранлаштырыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Араларыбыҙ һыуынмаһын, бәйләнештәребеҙ ныҡ булһын”, – ти Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы.