Медицина
21 Июня , 07:00

🔥 БӨГӨН - МЕДИЦИНА ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

🌺Һөнәри байрам менән бөтә медицина хеҙмәткәрҙәрен ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

💥Байрам уңайынан, оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған табип - терапевт Әнисә Сәмиғулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова менән таныштырабыҙ.
          *.         *.         *.         *
"Табип һөнәрен уйламағанда, осраҡлы рәүештә һайланым, әммә бер ҡасан да үкенмәнем".
💥 Дүрт тиҫтә ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған  Әнисә Сәмиғулла ҡыҙы тормош юлын матур хәтирәләр аша барланы.
-  Ейәнсура районының Саҙалы йылғаһы буйына ултырған иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле бәләкәй генә  Саҙалы ауылында 1961 йылда донъяға килгәнмен. Туғыҙ балалы ишле ғаиләнең алтынсы балаһы мин. Атай- әсәйем колхозда эшләп ғүмер иткән ябай ауыл кешеләре ине.  Беҙҙең ауыл халҡы  берҙәм, ихлас, бер- береһенә ярҙам итеп, бер ғаилә кеүек татыу йәшәнеләр. Әбейҙәр урамда һәр бер баланың арҡаһынан яратып, матур теләктәрен теләп, оҙатып ҡалыр ине, шуныһы ныҡ иҫтә ҡалған. 

Һәр бер уңышһыҙлыҡ артында көтөлмәгән уңыш тора, тигән хәҡиҡәткә ышанмайса мөмкин түгел. Минең менән дә шулай булды, - тип Әнисә Сәмиғулла ҡыҙы ла бер ниндәй үкенеүһеҙ йәшлек йылдарын хәтерләй, - Стәрлетамаҡҡа педагогия институтының физика- математика факультетына уҡырға инергә тип барған ерҙән, физиканан  имтиханды тапшыра алмағас, Салауат медицина училищеһына уҡырға барып индем. Уйламағанда, Хоҙай үҙе ошо изге һөнәргә юлымды асты. Дәрт менән уҡып алып киттем. Группабыҙ көслө булды.  Теләп уҡығанғамы, миңә уҡыу еңел бирелде. Акушерлыҡ һөнәрен алғандан һуң, тыуған районыма ҡайтып, Муйнаҡ ауылында хеҙмәт юлымды башланым. Ауылда халыҡтың ышанып, күҙ терәп ҡалған берҙән-бер кешеһе ул -  фельдшер. Ә бит миңә ул саҡта ни бары 19 йәш кенә булған. Шулай ҙа килеп тыуған ауыр мәлдәрҙә  ҡурҡып ҡалмағанмын, тәүәккәл, ҡыйыу булғанмын, тип иҫкә төшөрөп алам. Яуаплылыҡ тойғоһо көслө булған, күрәһең. Училищела төплө белем биргән уҡытыусыларыма әле булһа рәхмәт уҡыйым.
Медицина юлын һайлағас, әсәйемдең: "Кеше һине күрер өсөн килмәй, ҡыҙым, ярҙам һорап килә", - тип әйткән ябай ғына һүҙҙәре берсә фатиха, берсә наказ булып ғүмер буйы мине оҙата килде.

Эйе, ауырыу кешеләргә ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтә алыу, иҫән ҡалдырыу теләге йәш фельдшер ҡыҙҙың оло хыялына әйләнә. Артабан уҡырға, табип булырға! Ҙур белем кәрәклеген аңлап, Әнисә Сәмиғулла ҡыҙы башҡалаға юллана.     
Өфөләге медицина институтына уҡырға инә, шул уҡ ваҡытта 49 - сы поликлиникала шәфҡәт туташы булып эшләп тә йөрөй. Табип- терапевт һөнәрен алып, Өфөнөң 48- се поликлиникаһында 19 йыл, 5- се клиник дауаханаһының 1- се поликлиникаһында 2011 йылдан бирле эшләй.

✨Аҡ халатлы изге һөнәрҙә - 40 йыл ғүмер! Намыҫлы, яуаплы хеҙмәте һәм үҙенең күркәм булмышы менән халыҡ ихтирамын яулаған Әнисә Сәмиғулла ҡыҙы Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы тигән маҡтаулы исемдәрҙе йөрөтә. Әммә һауыҡҡан кешеләрҙең рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү барыһынан да ҡәҙерлерәк, ти ул.
🌺Әнисә Сәмиғулловна хаҡында йылы һүҙҙәрҙе табипҡа күренергә килгән кешеләрҙән йыш ишетәһең.
Үҙ- ара һөйләшеп, аралашып торған арала әйтелгән ябай ғына ҡыҫҡа фразалар эсендә табипҡа ҡарата күпме ышаныс, күпме ихтирам тупланған. "Тәжрибәле доктор, тиҙ генә хәл итә, дөрөҫ дауа бирә, шуға күрә уға ышанып киләм", "үҙ һөнәренең эйәһе", "шул тиклем иғтибарлы, ауырыуҙың хәленә инә белә", "башҡа бер ҡайҙа ла бармайым, тик уға киләм, ковидтан - үлемдән ҡотҡарҙы", "ауырыуҙарға йылы мөнәсәбәттә, беҙгә- оло кешеләргә иң кәрәге шул", "эшенә гел ваҡытынан алда килә, сменаһы тамамланһа ла, килгән ауырыуҙарҙы ҡабул итә". Ошо уҡ поликлиникала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан элекке хеҙмәттәше лә: "Дөрөҫ дауа алырымды белгәнгә, мин уға киләм. Һаулығы булып, тағы күп йылдар эшләһен.Тәжрибәһе лә, белеме лә етәрлек. Ундайҙар хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ", - тине.

☀️Әнисә Сәмиғулла ҡыҙы: "Был- беҙҙең эшебеҙ. Кешеләргә ярҙам итә алам икән- йәшем барһа ла, эштән китергә иртәрәктер, намыҫым етмәй кеүек. Сөнки тәжрибә туплау еңелдән түгел - күмәк көс һөҙөмтәһе бит ул. Һәм  барлыҡ әйтелгән йылы рәхмәт һүҙҙәрен минеке генә тип ҡабул итмәйем. Янымда үҙ эшен еренә еткереп эшләгән шәфҡәт туташы бар. Таңһылыу Муллағәлиева менән бергә килешеп, ярты һүҙҙән аңлашып нисәмә йылдар эшләйбеҙ, аллаға шөкөр. Һәйбәт, өмөтлө специалист. Һигеҙ йыл хеҙмәт стажы бар. Медицинаға үҙ эшенә яуаплы ҡараған Таңһылыу Азамат ҡыҙы кеүек намыҫлы, тырыш, иғтибарлы, теүәллек яратыусы йәштәр килһен ине. Терапия бүлегендә эшләгән хеҙмәттәштәремдең барыһы ла хөрмәткә лайыҡ. Һәр яҡлап терәк - таяныс булған бергә эшләгән коллективыма, етәкселеккә байрам көндө рәхмәт һүҙҙәремде, изге теләктәремде еткергем килә".
🌺 Яратҡан эше менән генә түгел, ҡәҙерле ғаиләһе менән дә бәхетле табип.
- Яҡындарығыҙ, үҙегеҙ өсөн буш ваҡытығыҙ ҡаламы, нисек үткәрәһегеҙ? 
- Табырға тырышам. Йәшерәк саҡта, бала үҫтергәндә, бәйләм менән ултырылды. Ҡыҙым һәм улыма кофталар бәйләп кейҙерә инем. Ейәнсуралар шәлдәре менән дан тота. Йәш саҡта мин дә шәл бәйләргә өйрәнеп алдым. Стәрлетамаҡ баҙарына алып барып һатҡыланым да. Нисек булһа ла барлы булып, матур йәшәргә тырышҡанбыҙ.
Ҡыҙымдың ике ҡыҙы бар,  өләсәймен. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы? Улым да өйләнеп үҙ тормошо менән  матур итеп йәшәп ята. Балалар шатлығы күреп йәшәү ғүмерҙе оҙайта ғына, тиҙәр бит. 
 💥Һикәлтәле һуҡмаҡтарҙан атлай- атлай, йүнәлешен киң тигеҙ юлда дауам итеп, хәҙер иркенләп, ошо юлды  үҙе нур һибеп яҡтыртып барыусы  итеп күҙ алдына килтерәм Әнисә Сәмиғулла ҡыҙын.
Кешеләргә шифа, өмөт, йәшәү көсө бүләк итеп, нурлы юлдан атларға ла, атларға булһын әле. 
🌺 Һөнәри байрамығыҙ менән һеҙҙе, Әнисә Сәмиғулловна! Киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ һеҙгә!


Фәйрүзә Абдулова.

Автор:Файруза Абдулова
Читайте нас