Литературная среда
30 Августа , 07:00

Хәтер һағындағы тетралогия (З.Ҡотлогилдинаның юбилейына ҡарата)

Журналистикала оҙаҡ йылдар эшләгән кешеләрҙең «үҙ» темаһы була. Төрлө темаларға яҙа торғас, береһе күңелеңә яҡыныраҡ булып китә, уға тотонғанда үҙеңде һыуҙағы балыҡ кеүек иркен тояһың, яҙғандарың  тәрәнерәк, байыраҡ була бара.  Ғүмер буйы балалар матбуғатында эшләгән танылған шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина, хаҡлы ялға сыҡҡас, Бөйөк Ватан һуғышы темаһына «сума».  Һуғыш осоро балаларының тарихтары тураһында һөйләгән дүрт китап әҙерләп сығара.

Хәтер һағындағы тетралогия (З.Ҡотлогилдинаның юбилейына ҡарата)Хәтер һағындағы тетралогия (З.Ҡотлогилдинаның юбилейына ҡарата)
Хәтер һағындағы тетралогия (З.Ҡотлогилдинаның юбилейына ҡарата)

Хәтирәләр хәтер яңырта

 

Һуғыш темаһы бик ҙур һәм киң. Уны төрлө яҡтан ҡарарға, өйрәнергә һәм яҙырға мөмкин. Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы тылдағы тормошто балалар күҙлегенән яҡтыртыуҙы һайлай. Шуның менән бөтәбеҙ өсөн дә изге теманы тағы ла уҡымлыраҡ итә. 

– Белорус яҙыусыһы Светлана Алексиевичтың «У войны не женское лицо» тигән китабын уҡып сыҡҡас, уйға ҡалдым, – тип аңлата Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы нисек итеп был темаға тотоноп китеүен. – Унда һуғышта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар күргән-кисергәндәрен тетрәндергес итеп һөйләй. Шунда миңә: «Ә тылда еңел булғанмы ни тормош?» тигән уй килде. Кешеләр, балаларының ауыҙынан өҙөп, фронтҡа тип һуңғы ризыҡтарын ебәргән, алһыҙ-ялһыҙ, көнө-төнө эшләгән. Ит, һөт, май, йомортҡа, йөн буйынса һалынған планды үтәгәндәр, заем түләгәндәр.

  Быларҙы ул әсәһенең һөйләгәндәренән дә белә. Һуғыш башланғанда Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙына 13 йәш була. Өлкәндәр нимә эшләһә, шуны башҡара, 15 йәштән тракторға ултыра. Төндәр буйы ер һөрә. Ул ваҡыттағы тәгәрмәсле тракторҙарҙың кабинаһы булмай, таң атып, ҡырау төшкәндә ҡыҙҙың башындағы йоҡа ғына шәлендә ап-аҡ ҡырау ята. Боҙолған техниканы ҡалдырып, төндә бер нисә саҡрымдағы ауылға ҡайтҡанда бүреләргә осрап, саҡ тере ҡалған сағы ла була.  Ошондай миҫалдар бит – өй һайын, ғаилә һайын!

Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы һуғыш осоро балаларының хәтирәләрен йыя башлай, иң тәүҙә яҡташтарына – көйөргәҙеләргә мөрәжәғәт итә. Ул ваҡытта был теманың үҙен оҙаҡ йылдарға «әсир» итерен дә, киләсәктә биш йыл һайын бер китап сығарырын да күҙ алдына килтермәй, әлбиттә. 65 тыл ветеранының хәтирәләре тупланған тәүге йыйынтыҡ «Һуғыш балалары – тарих яралары» тип атала һәм Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналып,  2010 йылда баҫылып сыға.

65 тарих, 65 яҙмыш. Улар бер-бер артлы күҙ алдынан үтә һәм документаль картина хасил итә. Унда бер генә уйлап сығарылған ваҡиға ла, бер генә яһалма образ да юҡ. Барыһы ла ысын, барыһы ла булған хәл.

«Беҙҙең эргәлә генә икмәк заводы бар ине. Бик ашағы килһә, тышҡа сығып, шуның еҫен еҫкәп инәбеҙ». ( Мәфрүзә Сәлиғәскәрова, Өфө ҡалаһы).

«Ҡуян тубығын ашаһаң, күҙгә уттар күренә». (Рабиға Аҡсурина, Көйөргәҙе районы).

«Ун икешәр сәғәт эшләп, хәлдән тайып йығыла инек». (Зифа Арҙаширова, Өфө районы).

«Кешеләр астан күп үлде. Ҡан сире булды. Ғаиләләре менән ҡырылдылар. Беҙҙән өс саҡрымда Лаяшты тигән ауыл бар ине. Ауылы менән бөттөләр. Улар яғынан йылға ҡып-ҡыҙыл булып аҡты, малға ла һыу ала алмайбыҙ. Халыҡ гел ҡан ҡоҫто». ( Кәбирә Мулланурова, Дүртөйлө районы).

«Борсаҡ тырматҡанда Миңйыһан апайҙың бер ус борсаҡ алғанын күреп, ауыл советы председателе Рахмаев ҡамсы менән ярҙы». (Шәкирә Юлдыбаева, Көйөргәҙе районы).

Авторҙың тыуған ауылы Ялсыҡайҙа китаптың исем туйы үткәрелә. Хәтер кисәһенә әүерелә был осрашыу: һуғыш ҡорбандарына атап ҡорбан салына, күңелдәрҙә әсе һағыш булып һаҡланған хәтирәләр түгелә. Диктофондағы яҙмаларҙы, әсәй-өләсәйҙәренең тауыштарын илай-илай тыңлай ялсыҡайҙар. Күптәр һуғыш яралаған бала саҡ тарихтарын яҙыуҙы  дауам итеүҙе һорай, яҡындарының исемдәрен, адрестарын тәҡдим итә. 

Күренекле прозаик, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәев, тәүге йыйынтыҡҡа фатиха биреп, Зөһрә Ҡотлогилдинаға былай ти: «Һәр яҙыусының тарихта ҡала торған бер китабы була. Был һинең шундай китап буласаҡ». Тағы ла өс китап сығасағын белһә, нимә тиер ине икән яҙыусы?!

«Һуғыш темаһы күңелемдән китмәне, – ти автор үҙе. – Оло кешеләр менән күберәк аралашҡан һайын төрлө төбәктәрҙә халыҡтың бер төрлө генә йәшәмәгәнен белдем. Ике ветерандың Дәүләкән менән Раевка станцияларына бәйле хәтирәләрен яҙып алып, төн буйы йоҡлай алмай сыҡтым».

Зөһрә Ҡотлогилдина яңынан эшкә тотона. Тыл ветерандарының исемлеген төҙөй, шылтыратып хәлдәрен белешә, транспорт юллай. Кемеһенең ауылына бара, кемеһен урамда осрата, кемеһен – дауаханала... Сумка тултырып күстәнәсен дә, хәйерлеген дә һалып ала.

 Өлкән йәштәгеләрҙән үткәндәр тураһында мәғлүмәт алыу еңел түгел. Уларҙың хәтере насар. Һорағаныңды ғына һөйләмәй, тормоштарын тасуирларға тотоноп китәләр. Исемдәрҙә, даталарҙа буталып, бер үк нәмәне ҡат-ҡат ҡабатлайҙар. Ауырлыҡ менән йәшәлгән йылдарҙы иҫкә алыу ҙа еңел түгел ҡарттарға, йә ҡан баҫымы күтәрелеп китә, йә йөрәге ҡаға башлай. Ҡыҫҡаһы, оҙаҡ ҡына итеп яйын яйлап, көйөн көйләп ултыраһың.  Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләгән саҡта, Еңеү көнөнә 9 документаль тапшырыу төшөргән кеше булараҡ, мин ул нескәлектәрҙе яҡшы беләм. Кәрәкле мәғлүмәт алам тиһәң, сабыр ғына көтәһең хәбәрҙең бер осо килеп сыҡҡанын, ваҡиғаларҙың бер-береһенә ялғанғанын. Ишеткәндәреңде анализлайһың, тарихи факттар менән сағыштыраһың.  Бөтә һөйләгәндәрҙе ҡағыҙға күсереп яҙыу түгел ул! Кеше хәтерендә өҙөк-йыртыҡ һаҡланған күренештәрҙе бер епкә теҙергә, уҡыусыға аңлайышлы итеп бирергә кәрәк. Тарихи дөрөҫлөккә зыян килтермәҫ өсөн һөйләмдәрҙе матурлап биҙәү ҙә ярамай. Сөнки улар – аяуһыҙ һуғыштың шаһиттары күрһәтмәләре, тарихи дөрөҫлөктө сағылдырған документ. Шуныһы ҡиммәт.

 

Самаларҙан сыҡҡан фиҙаҡәрлек

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына 70 кешенең тарихын йыйып, китап сығармаҡсы була яҙыусы. Яҙмалар 70-тән артып китә һәм улар барыһы ла «Һуғыш яралаған бала саҡ» тип исемләнгән китапҡа инә. Унда Башҡортостандың 30-ҙан ашыу район һәм ҡалаларында, Ҡаҙағстанда, Татарстанда һәм Һамар өлкәһендә йәшәгән тыл ветерандарының хәтирәләре ингән.

«Бөтә туғандар ҡыш сыҡҡан тары ярмаһын ашап, ағыуланып үлгәс, «бутҡа» тигән һүҙҙән ҡурҡа инем». (Нәҡиә Ниғмәтуллина, Күгәрсен районы).

«Беҙҙең кәзә бәрәсен урлаған кешеләр итен самауырға һалып бешереп торалар ине».  (Наилә Рәхмәтуллина, Ишембай районы).

«Әсәйем үлде, төрөп күмергә әйбер юҡ».  (Рита Ғәлина, Илеш районы).

«Бер аҙҙан атайымдан хат килеп төштө. «Сәғүрә, ике балабыҙ үлгән, кемдәр икәнен генә белмәйем. Ҡурҡма, яҙ!» – тигән. Төшөнә кергәнме, һиҙгәнме – аптыраныҡ».  (Хөмәйрә Моратова, Ейәнсура районы).

«Беҙҙең утынды ихатаһына индереп бушаттырғас, «Йортоң күккә осһон !»  тип өйгә еткәнсе иланым».  (Әүфә Ғәниева, Кушнаренко районы).

Өфөлә Ә.-З.Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында китаптың исем туйы үткәрелә. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина журналистың иҫ китмәле ҙур эш башҡарып сығыуын  һәм баҫманың йәш быуынды тәрбиәләүҙә оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй. Атаһының 12 йәштән генә ауылда бригадир булып эшләүен дә телгә ала. Шағирҙар Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов, Миңлегөл Хисамова, Әлфиә Әсәҙуллина, Мөкәрәмә Садиҡова, китап геройҙары Бибинур Билалова менән Гөлкәй Ҡужиналар сығыш яһай. Гөлкәй Сәлмән ҡыҙының сығышы айырыуса тулҡынландырғыс була. Ул бала сағындағы бер ваҡиғаны һөйләй. Әсәһе икмәк бешереп ала ла мин ҡайтҡас ашарбыҙ, тип, яҫтыҡ аҫтына һалып китә. Өй эсе генә түгел, бөтә урам тәмле еҫкә тула. Әсәй менән бергә ултырып, яңы бешкән икмәк ашау бәхетенә алдан ҡыуанып йөрөгән балалар һиҙмәй ҙә ҡала –   кемдер икмәкте урлап китә. Аслыҡтан интеккән балалар өсөн ошонан да аяныслыраҡ хәл булырға мөмкинме?! Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы  «Бер ваҡытта ла аслыҡ булмаһын!» тигән теләк менән Зөһрә Ҡотлогилдинаға үҙе бешереп алып килгән икмәкте тапшыра.  

Бындай осрашыуҙар Өфөләге Хәрби Дан музейында, Шишмә районының Ар һәм Келәш ауылдарында, Шишмәләге үҙәк китапханала, Туймазы районы Бишҡурай ауылында, Көйөргәҙенең Ялсыҡай, Яҡшымбәт ауылдарында ойошторола. Йылы хистәр, яҡты һағыш, тулҡынландырғыс сығыштар күп була уларҙа. Барыһы ла Зөһрә Сәлимйән ҡыҙына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн дә, тәрән кисерештәр бүләк иткән осрашыуҙар өсөн дә рәхмәт белдерә.

Ар ауылындағы бер күренеште лә онотмайҙыр әле сарала ҡатнашыусылар. Осрашыу һуңынан мәктәп янындағы баҡсаға һәр ғаилә һуғышта ятып ҡалған туғандары, яҡындарына арнап, ағас ултыртырға сыға. Шул саҡ ҡаңғылдашып күктән торналар оса. Әйтерһең дә, яуҙан ҡайта алмаған ауылдаштары Еңеү көнөндә туғандарына сәләм биреп үтә. Хәс тә авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың бөтә донъяға билдәле йырындағы һымаҡ. Зөһрә апайҙың тормош иптәше, хисле, шиғри күңелле Нияз Мәһәҙиев Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән шиғырын һөйләй башлай. Кешеләрҙең күҙҙәрендә – йәш...

Әйткәндәй, Шишмә районы китапханасылары (Етәкселәре – Илүзә Вәзит ҡыҙы Ғибәҙуллина) аҙаҡтан Зөһрә Ҡотлогилдина өлгөһөндә үҙҙәренең ауылдарындағы һуғыш осоро балаларының хәтирәләрен туплап, фотолар менән биҙәп, электрон китап эшләй. Бына шулай, изге эш таралырға ғына тора! Әйткәндәй, һуң булмаҫ элек башҡа урындарҙа ла быны эшләп ҡалырға кәрәк. Тыл көслө булмаһа, еңеү ҙә мөмкин була алмаҫ ине икәнен оноторға ярамай. Күптәр үҙҙәренең өләсәйҙәренең, ҡарт өләсәйҙәренең нисек итеп фронтҡа ярҙам иткәнен, һуғыш ваҡытында ҡайһылайтып көн күргәнен дә белмәй. Был эшкә мәктәп уҡыусыларын йәлеп итеп ойошторғанда бер ҡыйынлығы ла юҡ.                   

«Зөһрә Ҡотлогилдинаның был китаптары хаҡында һүҙ барғанда кешенең гражданлыҡ ҡаһарманлығы беренсе планға сыға, – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова. – Уны нимә ялы иҫәбенә илдән-илгә, өйҙән-өйгә йөрөргә мәжбүр иткән? Инде 80-гә етеп килгән кешеләрҙе табып, хәлдәренә инеп, уларҙы тыңларға кем ҡушҡан? Әлеге лә баяғы хәтер. Икенсе донъя һуғышында ер йөҙөндә 13 миллиондан ашыу бала һәләк булған, тиҙәр. Зөһрә үҙе лә баш һүҙендә «28 йәшендә генә гүр эйәһе булған атайыма, 25 йәшендә генә тол ҡалып, ике ҡыҙын сирле килеш аяҡҡа баҫтырған әсәйемә, бик күп тол ҡатындарға, етем балаларға, ҡаһарман тыл ветерандарына, уларҙың ҡаҡшамаҫ рухтарына бер йәдкәр булһын ошо йыйынтыҡ... Бөтә ҡорбандар рухына изге аят булып яңғыраһын был иҫтәлектәр», – тип яҙа. Амин, шулай булһын. Яу ҡырында һалдаттар яралы иптәшен ташлап китә алмаған кеүек, һуғыш яралаған бала саҡ кешеләрен һин инде ташлай алмайһың – китаптың өсөнсөһө, бәлки, дүртенсеһе, бишенсеһе лә яҙылыр. Бестселлер тип аталған үлемһеҙ хеҙмәттәр тап ана шулай тыуа» («Хәтер ҡуҙҙарын тере килеш һаҡлай», «Башҡортостан», 12 сентябрь, 2015 йыл). Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы хаҡлы булып сыҡты. Китаптың өсөнсөһө лә, дүртенсеһе лә донъя күрҙе.  

«Һуғыш балалары һөйләй» («Китап», 2020 йыл) тип аталған өсөнсө китапта Ленинградтан эвакуацияланып килгән кешеләрҙең дә хәтирәләре бар. Дүртенсе китапта («Беҙ – һуғыш балалары», «Китап», 2025 йыл) бер бүлек республикала билдәле шәхестәрҙең һуғыш яралаған бала сағы тураһында. Улар араһында артистар Сәүиә Сираева, Муллайән Һөйәрғолов, Нажиә Аллаярова, ғалимдар Земфира Сәхипова менән Нәзир Ҡолбахтин, яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡова һ.б. бар.

Барлығы 400-гә яҡын кешенең һуғышҡа бәйле яҙмышы менән таныша Зөһрә апай. Уларҙы илай-илай тыңлай, илай-илай яҙа. «Күҙ алдына килтерегеҙ әле, ошо дүрт китапта миллиондар ғазабын, миллиондар йөгөн күтәргән 400 кеше яҙмышы, 400 әсе тарих урын алған. Был үҙе үк оло ҡаһарманлыҡ, оло фиҙаҡәр хеҙмәт бит. Ул тиклем кешеләрҙе нисек тапҡан да, ул тиклем яҙмыштарҙы ҡәләме, йөрәге, бар булмышы аша нисек үткәрҙе икән яҙыусы. Уның өсөн 400 туҙмаҫ йөрәк, ҡорос нервылар кәрәк тәһә», – тип яҙҙы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин «Беҙ – һуғыш балалары» исемле китапҡа баш һүҙендә. («Кемдәр бәйләй илем яраларын... », «Китап», 2025 йыл). Килешмәй мөмкин түгел. Иҫ киткес фиҙаҡәрлек! Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының күптән пенсияла булыуын иҫәпкә алып ҡараһаң бигерәк тә. Сөнки командировка алып сығып йөрөргә мөмкинлеге, көтөп торған машинаһы юҡ. Барыһы ла үҙенең ваҡыты, үҙенең аҡсаһы иҫәбенә. Миңә ҡалһа, был китаптар бер кеше тарафынан башҡарылған оло проект, социаль акция. Йылдар дауамында Зөһрә Ҡотлогилдина  команда менән эшләнә торған эштәрҙе бер яңғыҙы башҡара: һуғыш осоро балаларын эҙләүсе эҙәрмән дә, өлкәндәрҙең хәленә инеп, күңелен күрергә тырышҡан социаль хеҙмәткәр ҙә, мәғлүмәт йыйған журналист та, тарихты өйрәнгән һәм теркәп ҡалырға тырышҡан илһөйәр тарихсы ла, китаптарын сығарыуҙы хәстәрләгән продюсер ҙа... Әле ул китаптарын рус теленә тәржемә иттереүҙе хәстәрләй. Пенсияһынан бүлеп, тәржемә хаҡын түләй. Уларҙың тәүгеһе баҫылып сыҡты ла инде.

– Тема өҫтөндә эшләүҙе дауам итергә уйығыҙ юҡмы? – тип һорайым яҙыусынан.

– Хәлемә ҡарап, – тип яуаплай ул. – Әле бар бит әле ул һуғыш осоро балалары. Китаптарҙы 5-кә тултырып ҡуйғанда шәп булыр ине!

«Хәлемә ҡарап» тиеүҙең ғилләһе шунда: һуңғы бер-ике йылда һаулығы ҡаҡшап, ике операция кисерҙе.  Сәләмәтлеге генә сикләмәһә, эшенән айырыла алмаҫ. Сөнки үҙенең геройҙары менән туғанлашып бөткән ул. Әле лә хәтирәләренең китапта баҫылғанын күреп өлгөрмәй китеп барған Дания Гәрәйшина өсөн йәне әрнеп һөйләй. «Илештән ине ул. Иҫтәлеге шулай башланып китә. Төндә уянып китһә, әсәһе ай яҡтыһында нәски бәйләп ултыра. «Әсәй, нишләп ҡараңғыла ултыраһың ул?» – тигәс, «Кәрәсин йәл дә бит, балаҡайым, һалдаттарҙың аяғы өшөйҙөр, тим», – тип яуап бирә. Әсәһенән күргәнде дауам итеп, Дания әбей махсус хәрби операцияға 75 пар нәски бәйләп ебәрә. Шундай яғымлы кеше ине. Шул тиклем йәл».

Геройҙарынан көс ала Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы. Бала саҡтарын һуғыш урлаһа ла уларҙың рухы ныҡ булыуына һоҡлана. Ауыр үткәндәрен сабыр һәм тыныс итеп һөйләүҙәренә хайран. Ә мин уның үҙенә һоҡланам. Һөнәренә тоғролоғона, тынғыһыҙлығына, фиҙаҡәрлегенә.

 Редакциянан: Республикаға талантлы журналистар үҫтергән остаз, үткер ҡәләмле журналист, нескә күңелле шағирә һәм тарихи йылъяҙма авторы  Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдинаны оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Тыныс тормошта иҫәнлек-һаулыҡ менән оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Алда күңелдәрҙе ҡанатландырыр ижади уңыштарығыҙ һәм табыштарығыҙ күп булһын!

Хәтер һағындағы тетралогия (З.Ҡотлогилдинаның юбилейына ҡарата)
Хәтер һағындағы тетралогия (З.Ҡотлогилдинаның юбилейына ҡарата)
Хәтер һағындағы тетралогия (З.Ҡотлогилдинаның юбилейына ҡарата)
Автор:Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Ватандаш»
Читайте нас