Все новости
Литературная среда
22 Октября , 14:15

Бала. Хикәйә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Ҡараңғылыҡ бар донъяға ҡанатын йәйгән. Төнгө ауаздарға ҡаршы асылған тәҙрә аша әленән-әле яҙ килене муйыл, оялсан ғына үрелеп-үрелеп ҡарап, хуш еҫен бөркә. Өй алды баҡсаһында өҙҙөрөп-өҙҙөрөп һандуғас сутылдай.

Бала. Хикәйә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
Бала. Хикәйә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

– Килен, әллә һаман йоҡламайһың инде, Хоҙайым? – тигән тауышҡа тертләп китте Зәлиә. – Бөгөн, исмаһам, берәү ҙә сирләмәгәндә, йоҡлаһаңсы. Ҡамырымды баҫайым тип торһам, һаман уфтанаһың. Әллә, мин әйтәм, берәй ерең һыҙлаймы?
– Юҡ, юҡ, инәкәйем, борсолма. Әллә Сәғит өйҙә булмағанға күңелем тыныс түгел, әллә яҙ тәьҫир итә, һис кенә лә йоҡлап булмай. Ят, үҙең ял ит, иртә тораһың бит.

...Сәбәп Сәғиттә түгел ине шул. Күп йылдар элек күпереп муйыл, сирен сәскәләре атҡан мәлдә Зәлиә, иптәш ҡыҙы Рәмзиәгә эйәреп, Өфө ҡалаһына килеп изолировщиктар бригадаһына эшкә урынлашты. Тәбиғәте менән бик оялсан, баҫалҡы ҡыҙ тиҙ генә уртаҡ тел таба алманы тиңдәштәре араһында.

– Зиночка, ниңә шул тиклем ҡырағайланаһың? Әйҙә, бөгөн кис Хәлимдәргә барабыҙ. Мировой егеттәр менән таныштырам үҙеңде. Бына тигән итеп ваҡыт уҙғарырбыҙ, – тип һүҙ ҡушты бер көн шул уҡ бригадала эшләгән еңелерәк холоҡло Сәкинә.

– Әлләсе... – тине Зәлиә икеләнеп, – ваҡыт булырмы икән? Мин бөгөн тарихтан әҙерәк ҡабатлайым тигәйнем бит әле.

– Э-й-й, әхирәткәйем, беҙҙең тормош – үҙе бер тарих ул. Ҡасмаҫ тарихың. Хәлимчиктың бынамын тигән дуҫтары бар, магнитофон, заграничный яҙмалар, светомузыка, закачаешься! Кис һинең артыңдан инәм, әҙер бул ыштобы!

Ябай ғына кейенгән булһа ла, һомғол буй-һынын йоҡа ситса күлдәге, өҙөлөп барған билен ҡосҡан билғауы бик килешле итеп биҙәй ине. Яңы тиртеп сығып килгән яҙғы үлән төҫлө түштәре тығыҙ йомарланып, әлегә бер кемдең һаҡһыҙ ҡулы ҡағылмағанлығын һиҙҙереп, йыш-йыш тын алған һайын талпынып-ҡалҡынып ҡуялар. Ҡуңыр йөҙөн һөрмәле мөләйем көләкәс ҡарашлы күҙҙәре нурландырып тора, тулҡынланып торған сөм-ҡара сәстәрендә гәлсәр люстраларҙың нуры уйнаҡлай. Бындай шау-шыулы урында ғүмере булмаған ҡыҙ уңайһыҙланып бит остары ҡыҙарҙы. Сағыу төҫтәге мини итәкле ҡыҙҙар араһында ул сәйерерәк тә күренә һымаҡ. Башта уға әллә ни иғтибар итеүсе лә булманы. Йән-фарманға аҡырған магнитофон тауышына ҡыҙҙың башы ауыртып китте. Бер нисә сибәрҙең балконға сыҡҡанын күреп, Зәлиә лә уларға эйәрҙе. Ҡыҙҙар бында иркенләп егеттәр менән бергә тәмәке көйрәтә. Күкһел төтөн болоттары түңәрәкләнеп-түңәрәкләнеп юғарыға үрмәләй, биткә, сәстәргә һылаша, еҫе кейемгә һеңә. Сәйерһенеп ҡарап торған ҡыҙ янына бер егет килде.

– Әйҙә, ҡыҙый, тартып ебәр берәрҙе, – тип сигарет тәҡдим итте.

– Юҡ, юҡ, мин тартмайым! – тип ытырғанып китте Зәлиә.

– Тартмай, имеш... Хәҙерге заманда ауырлы бисәләр ҙә, телеграф бағанаһы ғына тартмай ҙа, эсмәй ҙә, – тип хихылданы бер ерән сәс һылыуҡай.

– Нисауа, уның ҡарауы танышыу хаҡына ул беҙҙең менән берәрҙе эсеп ебәрә, эйеме, Зиночка? – тип Хәлим тигәндәре ике рюмка араҡы тотоп сыҡты.

– Был зәм-зәм һыуынан да баш тартһа, бөтөнләй мәмәй була инде...

– Ауыл балаһы шул ауылса була инде, культура етмәй ҙәһә....

– Әнә шулай. Һәйт, шәп ҡыҙ икәнһең дә. Ҡайҙа үҙеңде сейә иренеңдән бер генә «әп» итәйемсе, – тип, Заман исемлеһе һаҫыҡ ауыҙы менән үбеп тә алды башы әйләнеп киткән ҡыҙҙы.

Бүлмәнән береһенән-береһе ҡырағайыраҡ тауыштар яңғырай. Был ауаздар кешеме, әллә берәй хайуан тауышымы, көләләрме, әллә илайҙармы – һис аңламаҫһың. Ошо ығы-зығынан Зәлиәнең ҡолаҡтарын баҫып әллә ҡайҙарға йүгерәһе, башын берәр яҡҡа алып ҡасаһы килә. Был ҡырағай тауыштар күршеләре сусҡа һуйғанда күргән бер ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө.

Күрше Василий ағай оҙон бысаҡты йығылған сусҡаның йөрәгенә «ыһ» итеп ҡаҙай. Тик хайуанда йәшәү теләге шул тиклем көслө, ул ҡапыл ысҡынып китеп, ҡырағай тауыш менән ҡысҡыра-ҡысҡыра ихата уратып саба, бысаҡ ҡаҙалған ерҙән ҡан һулҡый. Меҫкен хайуан үҙен һуйыусының бер аҙ хәлен бөтөргәс кенә, күп ҡан ағыуҙан һарай алдына килеп ауа. Был күренеш, үҙәк өҙгөс тауыш – ҡот осҡос йән ғазабы ине.

«Йығылып ҡына ҡуймаһам ярар ине», – тип көсөргәнеп уйлай Зәлиә, тупһаны ашатлап бүлмәгә ингәндә. Эселгән бер рюмка араҡынан ғүмере ундай эсемлекте ауыҙына ла алмаған һылыуҙың башы әйләнә. Заман тигәндәре ҡанатланып килеп ҡыҙҙың биленән ҡосоп бейергә алып төшөп китмәксе. Арыған ҡыҙ бала кисәнең ҡыҙғандан-ҡыҙа барыуын, төн уртаһы күптән уҙыуға ҡарамаҫтан, берәүҙең дә өйөнә ашыҡмауын күреп, шыпыртын ғына сығып тын ҡалған ҡала урамы буйлап ятаҡҡа атланы.

Яҙғы таң шундай матур: әллә ҡайһы тирәнән сирен сәскәһенең хуш еҫтәрен бөркөп йомшаҡ ел һаҡ ҡына ҡыҙҙың битен, бөҙрәләнеп торған ҡуйы сәстәрен һыйпап уҙа, ағас япраҡтарын наҙлап елбер-елбер ҡағып ала, ҡайһы бер ҡыуаҡ төптәрендә күренеп ҡалған ынйы сәскәләрен тирбәлтеп ҡуя. Йыраҡ-йыраҡта офоҡ буйлап ҡыҙғылт ҡына һыҙат һуҙыла башлай. Әле ҡояш үҙе күренмәй, шулай ҙа болоттар артынан уның тәүге нурҙары һығылып-һығылып ҡына һибелә башлай. Урам ситтәре буйлап теҙелгән йүкә ағастарында таң ҡоштары сырҡылдай.

– Зиночка, ә, Зиночка, туҡтаған бул инде, ниңә улай ашығаһың? – тип баяғы Заман беләгенән эләктереп алды. – Ҡайҙа, үҙеңде оҙатып ҡуяйым. Бәлки беҙгә барырбыҙ, ҡыҙый, ә? Атай-әсәй өйҙә юҡтар. Яңы яҙмалар бар... коньяк...

– Юҡ, юҡ! Нишләп мин таң менән һеҙгә барып торайым,  – тип ҡурҡып китте Зәлиә. – Аллам һаҡлаһын! Ҡуйсы, бармайым! Миңә оҙатыусылар кәрәкмәй, юлды үҙем беләмсе. Ысҡындыр минең ҡулды! Ебәр, тим!

– Ух һине! Яратам мин ошондай ҡырыҫ ҡыҙҙарҙы! – тип тағы үбеп алмаҡсы ине бәйләнсек егет, ҡыҙ ситкә тайшанып ҡотолоп ҡалды уның һаҫыҡ ауыҙынан.

– Слушай, иртәгә беҙгә йыйылабыҙ, килмәй ҡалма! Ташла шул ауыл ҡылығыңды! Хәҙерге заман кешеһе була белергә кәрәк...

– Ә мин хәҙерге заман кешеһе түгелме ни? Бәй, эсеп, тәмәке көйрәтеү – хәҙерге заман кешеһенең төп сифатымы әллә?

– Ну, әйтәйек, хәҙер эсмәгән, тартмаған кеше юҡ ул, белдеңме? Кемдер йәшерен эсә, кемдер компанияла тамаҡ сылатырға ярата... Мәҫәлән, минең атайҙы алайыҡ. Ул эсә лә, йәшәй ҙә белә. Машина бар, фатир яҡшы. Сер итеп кенә әйтәм, атайым һылыу ҡатын-ҡыҙҙарҙан да баш тартмай...

– Ә әсәйең? Әсәйең быға нисек ҡарай?

– Һы, нимә әсәй? Әсәйемдең үҙ донъяһы, үҙ ҡарашы. Матур кейенә, аҡса ҡулында... Ҡайҙа теләй, шунда ял итергә йөрөй. Минеңсә, иң яҡшыһы – һәр кемгә тулыһынса ирек булһын...

– Ҡыҙыҡ икән, әләйһәң.. Мин ауыл кешеһе, ысынлап аңлап етмәйемдер, бәлки. Ләкин ундайҙы ғүмере ишетеп-белгәнем юҡ. Ә минең теләгем икенсе – уҡып врач булыу.

Заман, эсен тотоп, тиле кеше кеүек көлә башланы. Тағы нимәлер әйтергә тип ауыҙ асҡан ҡыҙ аптырап тынып ҡалды.

– Уй, үләм, үләм, тотоғоҙ мине! Институт, имеш... Кемгә кәрәк һинең юғары белемең?! Бер тин өсөн көнө-төнө төрлө хашшаҡ сирлеләрҙе һәрмәгең киләме? Белгең килһә, мин бер ниндәй юғары белемһеҙ бынамын итеп йәшәйем. Кәрәге бар ине һиңә ул врач булыу?! Үлгәнсе бер көлдөм, ә? Ха-ха-ха!

Зәлиә үпкәләп, башҡаса ауыҙ асып бер һүҙ ҙә ҡатманы.

...Йәй һиҙелмәй үтте. Зәлиә үҙе килеп ҡапҡан был «күңелле» компаниянан айырыла алманы. Йүнләп әҙерләнмәгәс, институт ҡайғыһы ла китте: ял һайын күңелле кисәләр, Заман менән аулаҡ кистәр... Ҡайҙа инде ул имтихандар биреү.

Һуңғы ваҡытта ҡыҙ үҙен әллә нисек насар һиҙә башланы: башы әйләнә, күңеле болғана, тамағына йүнле аш бармай. Үлеп ҡаҡлаған ит ашағыһы килә. Ҡайҙан килһен инде ул ҡала ашханаһына ундай затлы ризыҡ тигәне.

– Ауыры бар, яҡынса ете ай, токсикоз. Больничный лист бирегеҙ, поликлиникаға йөрөп дауаланһын.

Ер ярылдымы ни Зәлиә алдында. Ул әсе итеп ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн ирендәрен ҡанатҡансы тешләне.

– Аборт яһағыҙ, үтенәм! Бик үтенәм! – тип ялбарҙы ҡыҙ. – Миңә бала кәрәкмәй, аңлағыҙ, кәрәкмәй миңә бала! Уй-й-й, нимә генә эшләйем һуң?! Аҫылынайыммы? Ағыуланайыммы?! Һыуға ташланайыммы икән?

– Иҫәрләнмә! Һин сабый түгел! Аборт, имеш... Хәҙер һуң инде. Ағыуланам йә аҫылынам, имеш. Күптәр әсә булыу бәхетенән мәхрүм. Бала табыр өсөн алтын тауҙар бирергә әҙерҙәр, ә һин Аллаһу Тәғәлә биргән әсәлектән баш тартмаҡсыһың, иҫәр. Иҫән-һауһың, сәскә генә кеүек сағың. Бынамын тигән баһадир, йә булмаһа үҙең кеүек сибәр ҡыҙ табырһың. Аҙаҡ үкенеп йөрөрһөң әле, ниндәй алйотлоҡ эшләмәксе булғанмын икән, тип.

– Эйе лә баһа, – тип шәфҡәт туташы ла ҡеүәтләргә кереште табип һүҙен. – Баланан да ғәзизерәк нәмә бар микән донъяла?! Ә һин үҙеңде шунан мәхрүм итмәксеһең. Ысынлап та иҫәрләнмә. Алйотлоҡ яһауҙан алда уйлайҙар уны, ни килеп сығырын.

– Ы-ы, әтеү хәҙерге йәштәр үҙҙәрен еңел тоталар ҙа, тиҙерәк аборт, тип дауаханаға йүгерәләр. Ир-егеткә нәмә ул, һөртөндө, китте. Бар ауырлығы ҡатын-ҡыҙға...

– Ярай, терһәкте тешләп булмай, тиҙәр. Хәҙер аслыҡ заманы түгел, тапһаң да хур булмаҫһың.

– Юҡ, юҡ, кәрәкмәй миңә бала! Яһайһығыҙ бит башҡаларға аборт. Зинһар!.. – тип үкһеүен дауам итте Зәлиә.

Врач апай башын сайҡап ҡарап торҙо ла буҫыҡҡан ҡыҙҙы ҡаршыһына ултыртып тағы ла аңлатырға кереште:

– Тыныслан, шашма, ҡыҙый! Миңә аборт яһау ҡыйын түгел. Шуны аңла, һинең балаңа йән ингән. Һин быны үҙең дә беләһең, һиҙәһең. Ул – тере йән. Аборт булмай был, тере йәнде ҡыйыу була. Минең ундай гонаһҡа батҡым килмәй. Ә икенсенән, һинең тәүге балаң, тәүгеһен алдырһаң, бөтөнләй бәпесһеҙ ҡалыуың мөмкин...

– Кәрәкмәй миңә...

– Хәҙер, эйе, бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә. Һиңә әле яңы ун һигеҙ тулған, яңы бәлиғ булып еткәнһең. Олоғайырһың, тормошҡа ла сығырһың. Балаһыҙ кеше  ул ҡороған ағас кеүек була. Әле аңламаһаң, һуңыраҡ аңларһың. Бар ҡайт, тыныслан, әсә булырға әҙерлән.

Шау-шыулы урамда әллә ҡайҙарға ашығыусы халыҡ араһында Зәлиә үҙ-үҙен ҡайһы тарафҡа боролорға мәжбүр итә алмай, аптырап ҡалды. Юл уртаһында ҡатып ҡалған ҡыҙға бәрелеп-һуғылып үткәндәр ҙә, ҡай бер ир-егеттәр ҙә был һылыуға һүҙ ҡатмай ғәмһеҙ генә китә алманы:

– Һылыу, ни булды? Мин ярҙам итә алмайыммы?– тип өндәште.

«Ә ниңә мин бер үҙем ҡайғырырға тейеш? Тыуасаҡ бала бит минеке генә түгел, Замандыҡы ла, – тигән уй йәшендәй уйнап үтте. – Хәҙер үк һөйгәненә! Ошо минутта уҡ...»

Ишекте егет үҙе асты.

– Ә-ә, Зәлиә, – тине ул, – ҡайһы тарафтарға юғалдың? Һағынып сарсап киттем бит әле, ҡайҙа икән йәнекәйем, тип. Өйҙә берәү ҙә юҡ, әйҙә ҡурҡма. Атай-әсәйемде, әйтерһең, һинең килерҙе белеп, ауылға ебәрҙем һуғым алып ҡайтырға. Бөгөнгө төн беҙҙеке! Ниңә ҡобараң осҡан, ә?

Ҡыҙҙың күп илауҙан хәле бөткән, ауыҙ асып һүҙ ҙә ҡушҡыһы килмәй.

– Йә, ярар, һөйләшкең килмәһә, ултырып тор, мин хәҙер ванна әҙерләйем. Ну, сарсаным да инде һинһеҙ, әй!

Зәлиә өнһөҙ ултыра бирҙе. Заманға нисегерәк итеп әйтергә икән, тип баш ватты. Бәлки, ул егетте аңлап та етмәйҙер? Бәлки, буласаҡ ата үҙе ҡыуаныр әле тыуасаҡ балаға. Һөйгәнен күтәреп алып шатлығынан зыр әйләндерер әле, моғайын... үпкән булыр шашып. Мин – атай, ниндәй шатлыҡ! – тиер, ғорурланған булыр әле. Әйтәһе һүҙен нисегерәк башларға белмәй һаман ваҡытты һуҙҙы, ғазапланды ҡыҙ.

– Заман, – тине ул ниһайәт үҙенә эйелгән егеттең муйынынан ҡосоп, – һинең атай булғың киләме?

– Нимә?! –тип аҡайҙы әле генә маймылланып ҡыҫылған күҙҙәр. – Ни һөйләйһең һин?! Башыңа тай типтеме әллә? Үбергә тип үрелгән ҡыҙыл ирендәре аҫлы-өҫлө шылышҡан күкһел ҡыҙыл һимеҙ селәүҙәргә оҡшап киттеләр.

– Беҙҙең бәпесебеҙ булырға тейеш, Заман! – тип ялбарҙы Зәлиә, һөйгәнендәге үҙгәрешкә аптырап. Егеттең устары ҡыҙҙың наҙлы тәндәрен ауырттырып йомарландылар.

– Әйтәм, быҙауларға йыйынған һыйыр шикелле мышнайһың! – тине ул асыу менән. – Битең, сереп барған сепрәктәй, тимгел-тимгел. Нисек бығаса шуны ла күрмәгәнмен? Нисә айлыҡ? Сараһын күрергә кәрәк тиҙерәк! Тор, нимә ятаһың тышаулап һалған һарыҡ шикелле?!

– Ҡысҡырма миңә! Ул бит минеке генә түгел, һинең дә балаң! – тине буласаҡ әсә ярһып.

– Уныһы хәҙергә билдәһеҙ. Минең менән ятҡан кеүек, әллә кемдәрҙе атландырғанһыңдыр әле!

– Әйҙә, яҙылышайыҡ та, шунан айырылышырбыҙ, әгәр оҡшамаһам...

– Аборт яһат, и немедленно! Аҫтыңда ятҡан һәр һапатаға өйләнә башлаһаң, ғүмерең етмәҫ. Бар төшөрт!

– Врачтар яһамайбыҙ, һуң инде, – тиҙәр бит...

– Подумаешь... Әбей-һәбей бөткәнме ни? Ауылға ҡайт, әсәйең өйрәтер әле яйын, күрер берәй сараһын.

– Әсәй?! – тине үкһегән Зәлиә. – Ул мине тупһаға ла баҫтырмаҫ. Һин уның ниндәйерәк икәнен белмәйһең бит әле.

– Индермәй ҡайҙа китһен?

– Ул бит минең үҙ әсәм түгел... Нимә генә эшләйем һуң?!

– Теләһә нәмә эшлә, минең ҡыҫылышым юҡ! Ошо йәштән балалы ҡатын алып ҡамыт кейәһем юҡ! – тип ҡырт киҫте Заман. – Бына һиңә аҡса, дүрт яғың ҡибла! Башҡаса минең өйгә килеп йөрөйһө булма! Кәрәк булһа, үҙем эҙләп табырмын.

Зәлиә нисек итеп кейенеп этелеп-төртөлөп ҡулына аҡса йомарлаған килеш урамға сыҡҡанын да, вокзалға барып ҡуҙғалырға торған поезға ултырып билетһыҙ-ниһеҙ киткәнен дә хәтерләмәй.

Билен семтеп алған ауыртыуҙан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне вагонда. Уның хәлен аңлап алған ҡатындар поезд начальнигын саҡыртып ниндәйҙер бер станцияла төшөрөштөләр, ә унда тиҙ ярҙам машинаһы көтөп тора ине инде.

Ҙур ыҙа менән ваҡытынан алда малай тапты Зәлиә.

– Ҡара әле, һылыу, ниндәй матур ҡап-ҡара сәсле улың бар. Баһадир! Ете генә айлыҡ булһа ла, ауырлығы өс кило, – тине акушерка, бәпесте әле креслола ятҡан йәш ҡатынға күрһәтеп.

Әсәнең биттәренән буй-буй йәштәре аҡты. Кәрәге юҡ ине был көтөлмәгән баланың. Ҡайҙа барыр ул бала менән? Кемгә һыйыныр? «Уйнаштан тапҡан», – тип, бармаҡ төртәсәктәр бит. Белеме лә, торор урыны ла, һыйыныр кешеһе лә юҡ уның. Китаптарҙа ғына рәхәт ул. Кемдер йәлләп балаһын да ҡарашҡан була, фатиры ла табыла, аҡсаһын дә өйөп килтерәләр. Бигерәк тә беҙҙең фильмдарҙа. Торғаны әкиәт инде. Ә ысынбарлыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпкә ҡатмарлыраҡ, ауырыраҡ шул.

Тиҙҙән Зәлиәнең хәлен бөтә дауахана белде. Заманға: «Улың бар, ҡотлайбыҙ!» – тип телеграмма бирҙеләр. Ауылға әсәһенә хат яҙҙылар, ләкин берәүҙән дә яуап килмәне.

– Аталар балаларын күрмәҫ элек бөтәһе лә сапсына инде ул, – тине кескәй генә шәфҡәт туташы. – Минең ирем дә тәүҙә «бала кәрәкмәй, беҙ бит йәш, үҙебеҙ өсөн йәшәйек әле», – тигәйне лә, бәпәйҙе күреп бер һөйгәйне, хәҙер тағы берәү кәрәк, ти. Һинең дә Заманың улын ҡулына алып бер тотоп, йөрәгенә ҡосһа – яратыр, ҡайҙа китһен ул.

– Әсәйең дә, үгәй булһа ла, ҡабул итер. Ейәнем, тип һөйөр әле тупылдатып. Ошондай матур баһадирҙы яратмау мөмкинме һуң? Йәлләмәһәләр – йәндәре булмаҫ. Бына мин һиңә йоҡа ғына ситсанан йүргәктәр ҡайып килтерҙем. Ейәндәремә тип алғайным, үҙҙәренеке етерлек булды, быныһы кәрәкмәне. Ә һиңә бәпесең үҫкәнсе ярап торор.

Һәр кем үҙенсә ярҙам итергә тырышты: кемдер үҙенең балаһынан артып ҡалған ползункалар, кемдер йоҡа юрған, кемелер һырылған йылы юрған, әллә нисәшәр күлдәк-ыштан – һәммәһен бирҙеләр.

Шәфҡәт туташы билет алып йәш әсәне бәпесе менән поезға ултыртышып ебәрҙе.

...Таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ поезд бара. Уның тауышы ишетелмәй ҙә тиерлек, тик ысынлап ҡолаҡ һалып иғтибар итһәң генә шулай таҡылдаған һымаҡ. Зәлиә бәпесен үҙенә ҡосҡан килеш иҙерәп төш күреп бара: бер сағыу ҡояшлы аҡланда шырт сәсле ҡап-ҡара малай, был үҙенең улы икән дә, сәскәнән сәскәгә ҡунып леп-леп осҡан күбәләктәрҙе тотмаҡ булып һикерә, уйнай, имештер. Заманы ла шунда. Ә йәш әсә шундай бәхетле. Йүгереп малайын күтәреп алып күккә сөймәксе булып ҡына үрелгәйне, ниндәйҙер ҡара шәүлә ҡапыл да килеп сығып, ҡуйы тәмәке төтөнөнә сорнап, улын әллә ҡайҙа юҡ итте лә ҡуйҙы... Тертләп ҡапыл уянып китһә, эргәһендә тәмәке еҫе аңҡып торған проводник тора икән дә:

– Тиҙҙән Өфө, Өфө! Баш ҡалаға етәбеҙ. Тиҙ-тиҙ ҡыбырҙағыҙ.

...Поездан төшкәс, Зәлиә ҡулындағы төйөнсөгөн беләгенә элгән килеш, улын ике ҡуллап күкрәгенә ҡосто ла, инде ҡайҙа барайым, тигәндәй, баҙап ҡалды. Ҡайҙа барһын, баланың атаһына, әлбиттә! Ул Замандың ауыр, күңел ҡалдырырлыҡ һүҙҙәрен күптән кисергәйне инде. Бәлки, һөйгәненең әсәһе лә баланы ҡабул итергә риза булыр әле. Итмәҫкә, бәй, үҙенең ейәне лә. Ҡартатаһы ла улымдың улы, тип тупылдатып һөйөр әле. Биш бүлмәле әйләнеп сыҡҡыһыҙ фатир. Ошо гонаһһыҙ сабыйға унда бер бәләкәй генә мөйөш табылмаҫ тиһеңме ни? Табылыр, моғайын...

Ишекте баштан аяҡ биҙәнгән, сәстәренә бигуди ураған, сағыу күлдәк-салбарҙан илле йәштәр самаһындағы бер йыуан ҡатын асты.

– Һиңә нәмә?! – тине ул, ҡулдарын бөйөрөнә таяп, кәүҙәһенә тап килмәгән сәрелдәк нескә тауыш менән.

– Миңә Заман кәрәк ине. Ул... ул өйҙәме? – тине йәш ҡатын тотлоға-тотлоға. – Зинһар, индерегеҙ әле, баламдың йүргәктәре еүеш, алмаштырып ҡына алайымсы.

– Нимә?! – тип аҡырайҙы ҡатын, – бында бер ниндәй Заман да, суртым да юҡ! Теләһә ниндәй гулящий ҡатындарҙы индереп торорға, проходной двор бар тип беләһеңме ни?! – тип ишекте шарт итеп ябып, эстән бикләп ҡуйҙы.

Ҡаршылағы фатирҙың ишеге асылып мөләйем йөҙлө оло ғына апай күренде. Бар икән әле донъяла изге күңелле кешеләр.

– Әйҙә, беҙгә, ҡыҙым,– тине ул, балалы ҡатынды алдан үткәреп. – Ул ҡомһоҙҙарҙан ҡышын ҡар ҙа һорап алып булмаҫ, аптырама. Бынау сатлама һыуыҡта ҡайҙан уларға килеп юлыҡтың? Бәпесеңә һыуыҡ тейҙерәһең бит.

Рәнйегән Зәлиә таныш булмаған кешегә эс серен һөйләп торманы, тик шулай ҙа тәҡдим ителгән сәйҙән баш тартманы. Улын имеҙеп, йүргәктәрен алмаштырғас, ауылға юлланды.

Автобустан төшкәндә, күҙ асҡыһыҙ һепертмә буран башланғайны. Юғарыла телеграф бағаналарына уралып ыжғыра, сымға бәрелеп үрһәләнә, шыңшый, һепереп-һепереп ҡарҙы юл буйына теҙелгән ағас төптәренә бырғый. Етмәһә еле лә ҡаршы, тынды ҡурып алып бара.

Зәлиә, һыуыҡ тейә күрмәһен, тип йоҡа ғына пальтоһының салғыйҙары эсенәрәк тота мыш-мыш килеп йоҡлаған улын. Теҙҙән юғарыраҡ ҡарҙы йыра-йыра, бер нисә тапҡыр юлдан яҙып, төн уртаһында ғына ҡайтып етте ауылға.

– Ниндәй төн бәрейе йөрөй унда?! – тигән ризаһыҙлыҡ белдергән тауыш ишетелде.

– Әсәй, был мин, Зәлиә, ас, – тип саҡ-саҡ тауыш сығара алды тамам әлһерәгән йәш ҡатын.

– Һиңә нәмә?! – тип ажғырҙы үгәй әсәһенең зәһәр тауышы. – Көсөкләп ҡайттыңмы? Һинең уйнаштан тапҡан балаңа башҡа урын бөтмәгән. Ана тора юлың! Артыңа биш биҙрә ҡарама көлө!

«Бөттө, барыһы ла бөттө! – тип үрһәләнде йәш ҡатын. – Ҡайҙа барам?! Кем мине көтөп тора? Исмаһам, атайым иҫән түгел...»

Балаһын ҡосаҡлаған килеш ул үҙе тыуған өйҙөң нигеҙенә һыйынды. Туңған биттәре буйлап сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәре эйәктәренә төшөп еткәнсе, гәлсәр бөрсөктәргә әүерелеп, пальто яғаһына йәбешеп ҡалдылар. Нимәгә ышанып ҡайтты һуң ул бында? Уҫалыраҡ булып, өйгә үҙе хужа икәнлеген белдереп ҡатыраҡ өндәшһә, бәлки, үгәй әсә лә йомшарыр ине лә бит, ҡайҙа инде Зәлиәлә уҫаллыҡ. Атаһы иҫән саҡта ла көн күрһәтмәгән яһил ҡатын йомшара, йәлләй тиме инде етемәкте?

Ул инде ҡар һепертеп өлгөргән һуҡмағынан кире китте. Ферма тәңгәленә еткәс, күпер аҫтына төштө. Бында ышығыраҡ ине.

«Һис кемгә кәрәкмәгән был бала миңә ниңә кәрәк һуң? Ҡайҙа барам мин был имгәк менән?!» – ошондай ҡара уйҙар уның мейеһен ярып үтте. Башы әйләнеп, ни эшләргә белмәгән Зәлиә, һис ни һиҙмәй, үҙенең бәхетле киләсәгенә ҙур ышаныс менән йоҡлаған сабыйын күпер аҫтына ҡарға һалды ла, ҡалаға ҡарай йүгерҙе.

...Ҡапыл аңына килгәндә, буран баҫылған, тирә-яҡ яҡтыра төшкән. Ҡайҙалыр алыҫта әллә эт, әллә бүре олой, әллә инде сабый илай.

Ярһып килеп еткәндә... һуң ине инде. Уның улы, уның сабыйы, берҙән-бер йән киҫәге, уны кәрәкһенгән ҡәҙерле йән эйәһе юрғанын асып ебәргән... кескәй генә ауыҙы илаған ыңғайы күгәреп ҡатҡан, ҡулдары кескәй генә йоҙороҡ булып йомарланған. Әйтерһең, сабый ошо ғәҙелһеҙлек өсөн кемдер яуап бирергә тейеш, тип янай ине.

Әсә балаһының ҡатҡан ауыҙына һөткә тулышҡан имсәктәрен терәп ҡараны, күкрәгенә инде һыуынып бөткән кескәй тәнде ҡыҫып һулышы менән йылытырға теләне... ләкин балаға йән инмәне...

«Бөттөм! Бөттөм! Үҙ баламды, сабыйымды, ғәзиз улымды үлтереүсе яһил мин!!! – тип туҙған сәстәрен йолҡҡоланы. – Мин дә үләйем! Минең кемгә кәрәгем бар? Бер кемгә лә?! Һис бер кешегә кәрәгем юҡ! Мин – вәхши, мин кеше үлтереүсе әҙәм аҡтығы... мин! Мин!..»

Уны фермаға һауынға китеп барыусылар табып дауаханаға оҙатты. Тирә-яҡта яҡшы кешеләр әҙ түгел икән дә ул. Бригаданан көн дә дауаханаға килеп торҙолар.

...Биш йыл ултырып сыҡты Зәлиә ошо мәңге ғәфү итмәҫлек хатаһы өсөн. Төрмә нәмә, унда ла төрлөһө бар – кемдер яңылышлыҡ менән эләккән, кемдер ысын-ысынлап яуызлыҡ язаһын күрә. Ә күңел бушлығын, йөрәк һыҙланыуын, йоҡоһоҙ төндәр, йәшлек хаталары өсөн үкенеүҙәр – быны кем дауалар? Кем ошо йән ғазаптарынан ҡотҡарыр? Бер кем дә!

Тырышып-тырмашып медицина институтын тамамлап, балалар врачы булып эшләй ул хәҙер. Тәүге һәм һуңғы ысын мөхәббәте Сәғит менән ауылда йәшәй. Тормошо мул, һәйбәт, тик күңелдә упҡын – төпһөҙ ҡара бушлыҡ. Ул бушлыҡты мөхәббәт тә, көн-төн үҙ-үҙеңде аямайса эшләгән эш тә тултыра алмай. Мөмкин булһа, Зәлиә үҙенең бөтә ғүмерен биреп теге ваҡыттарҙы кире ҡайтарыр, хаталарын төҙәтер ине. Юҡ шул... Уның ғазаптарын – йоҡоһоҙ төндәрен, йәшкә мансылған мендәрҙәрен, сабыйын төштәрендә күреп, ыңғырашып уяныуҙарын ул үҙе генә белә.

...Ошо муйыл күпереп сәскә атҡанда, бар тәбиғәт мөхәббәткә сорналып, хуш еҫтәр аңҡытып күгүләндәр тирткәндә, һандуғастар һуштарҙы алып һары талда сутылдағанда ифрат та ҡыйын түлһеҙ ҡатынға. Берәй сабый сирләп, ете төн уртаһында килеп уятһалар ҙа, ул йәнен-тәнен бирерҙәй булып дауалай балаларҙы. Тик ҡолағында һаман үҙ балаһының тауышы сыңлай, һаташтыра. Хәҙер инде күптән тормошта булһа ла, сабыйының рәнйеше төшкәндәй, Аллаһу Тәғәлә башҡаса әсәлек бәхетен татытманы шул... Теге ваҡыт һыуыҡ ныҡ тейгәндер, ахырыһы.

– Килен, – тип ҡапыл өндәшкән тауышҡа тертләп китте Зәлиә. – Балалар йортонан килгәндәр. Үҙҙәренең врачтары ялға киткән дә, әйләнеп ҡайтмаған икән. Бер сабыйҙары ҡаты сирләгән. Бармаҫмы икән, тиҙәр... Ял да итә алманың, нишләрһең? – тип уға һынсыл ҡараш ташланы ҡәйнәһе.

– Барам, инәкәйем, бармайса! Әлбиттә, барам! – тип тиҙ-тиҙ генә кейемдәрен кейә һалып, медицина сумкаһын тотоп, машинаға ултырып та китте.

Ҡәйнәһе ишек алдында килененең шул тиклем эшкә таҫыллығына иҫе-аҡылы китеп, башын сайҡап, ҡарап ҡалды.

...Сирле баланың эргәһенән бер генә минутҡа ла китмәне врач. Әле уҡол ҡаҙаны, әле система ҡуйҙы, әле температураһын үлсәне. Былай ул тиклем ҡурҡырлыҡ бер нәмә лә түгел ине түгеллеген. Бала саф һауаға сыҡҡанда боҙбармаҡ ашаған да тамағы яман шешкән. Шуға ла температураһы күтәрелеп, сәсрәп ауырый. Ниһайәт, температураһы төшөп, тирләп, иҙрәп йоҡлап китте. Ҡояш тәүге нурҙары менән бүлмәләге йән эйәләрен ҡытыҡлай башлағас, бала күҙен асып ебәрҙе лә ҡапыл йылмайып эргәһендә ултырған ҡатындың ҡосағына ташланды:

– Әс-сәй, әсәкәйем килгән! – тип уны үбә башланы, һарылды, хәлһеҙ ҡулдары менән Зәлиәнең биттәрен һыйпаны.– Мин һине көн һайын көттөм! Әсәкәйем, һин нишләп оҙаҡланың?!

Ҡатындың йөрәге дарҫлап типте, ул ошо шырт ҡара сәсле сабыйҙы ике ҡуллап ҡосто. Күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты:

– Минең улым! Улыҡайым минең! Мин үҙем бит һине ғүмерем буйы эҙләйем. Ҡайҙарҙа аҙашып йөрөнөң, ғәзиз балаҡайым минең?! Бына, ниһайәт, таптым! Инде бер ҡасан да, һис бер ваҡытта рәнйетмәм, балаҡайым, ғәзизем минең!

Тәрбиәселәр йүгерешеп килеп:

– Зинһар өсөн, иғтибар итмәгеҙ инде! Етемәктәр шулай килгән һәр бер кешелә үҙҙәренең әсәйҙәрен күрәләр, һарылалар. Инкубатор сепейе кеүек бит инде улар, – тип, малайҙы табиптың ҡосағынан алмаҡсы булып үрелделәр.

– Юҡ, юҡ. Был малай минең улым буласаҡ! Миңә һеҙҙең мөдирегеҙ рөхсәт итер, моғайын, – тип сабыйҙы тағы ла нығыраҡ күкрәгенә ҡосто.

Аптыраған тәрбиәселәр үҙен-үҙе аямай төнө буйы бала эргәһенән китмәгән табип ҡатынға хөрмәт менән ҡарап:

– Һеҙ уны үҙегеҙгә бер нисә көнгә ҡунаҡҡа алып ҡайта алаһығыҙ. Тик ул уйынсыҡ түгел бит. Ышаныслы булмаһа, зинһар, баланы алдатмаһағыҙ ине, – тинеләр.

– Әлбиттә, әлбиттә! Тик шулай ҙа документ-фәлән әҙерләгәнсе үк сабыйҙы бирегеҙ миңә. Мин бик ышаныслы кешемен тип әйтә алам.

...Ул малайҙы ике ҡуллап ҡосҡан килеш машинанан төшкәс, төнгө сменанан ҡайтҡан Сәғите ҡаршы сыҡты.

– Бына, йәнем, улыбыҙҙы таптым! – тине тынысланып йоҡлап киткән сабыйға ымлап.

– Йә, Аллаһ, ҡайһылай ҙа яҡшы булған! – тип тәүҙә ҡәйнәһе ташланды балаға. – Үҙем күптән әйтмәксе инем балалар йортонан булһа ла алығыҙ, тип. Бына Хоҙайҙың рәхмәттәре! Төклө аяғы менән килһен! Именлек, бәхет ризыҡтары менән рәхим итһен!

– Ҡана, ҡана, үҙем күтәрәйем. Ярайһы ғына ауыр икән дә. Әллә миңә оҡшатып алдыңмы, ҡәҙерлем? – тине Сәғите ҡулындағы бер ни һиҙмәй йоҡлаған баланы өй түренә индереп һалып. – Шырт ҡара сәстәре тап минеке икән дә? Әллә бүлтәйеп торған ирендәре лә миңә оҡшап тора инде.

Бер нисә көндән инде тамам үҙһенеп алған малай, шау-гөр килеп атаһын ат итеп менеп, ишек алдында уйнай, өләсәһе менән әсәһе йүгерә-атлап алһыу сәскәгә күмелгән сейә ағасы аҫтында табын әҙерләй ине. Ағас башында ике сыйырсыҡ мәж килеп сипылдашҡан балаларына ем ташый.

Ҡоштар донъяһы ла шатлыҡҡа тулы, улар ҙа бала үҫтерә, үҙҙәренсә тәрбиәләй, үҙҙәренсә бәхетлеләр. Һәр сабый донъяға бәхет өмөт итеп килә, үҙе лә яҡты донъя бүләк итеүселәренә ата-әсә мәшәҡәттәрен оло бер бәхет итеп йөкмәтә. Уны ваҡытында аңлай белергә генә кәрәк!

Автор:Гульназ Рахметова
Читайте нас: