Все новости
Литературная среда
20 Октября , 17:00

Бер көндә ике байрам

***

Кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ауылы Келәштә модернизацияланған Яңы быуын китапханаһын асыу тантанаһы үтте. «Был беҙҙең барыбыҙ өсөн дә һөйөнөслө ваҡиға, – тип шатлығы менән уртаҡлашты китапхана мөдире Гөлфинә Ямалетдинова, – «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә беҙҙең китап йорто заманса дизайн һәм ҡоролмалар менән байытылды. Китапхана фондына 2468 дана яңы китап өҫтәлде. Уларҙың 820 экземпляры – балалар өсөн китап».
Келәш ауылының моделле китапханаһы бөгөн бер нисә зонаға бүленә:
китапхана -әҙәби ҡунаҡхана;
интерактив әҙәби музей;
«Офоҡ» («Горизонт») йәштәр студияһы
«Беҙҙең өйҙөң йәме» балалар бүлмәһе
Шулай итеп, бында төрлө презентациялар уҙғарыу өсөн арт-холл да, эшләү һәм аралашыу өсөн мультимедиялы коворкинг зона ла барлыҡҡа килгән. Унда голографик промоутер, монофон, 3D маппинг, видеомэппинг кеүек йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы булған, уларҙы китап донъяһына ылыҡтырып торған заманса ҡоролмалар урынлаштырлған.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Тифлофлешплеер тип аталған күп функциялы ҡоролма, мәҫәлән, күҙҙәре насар күргән кешеләргә китаптағы яҙыуҙы уҡып ишеттерә икән.
    Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тиҙәр. Китапхананың асылыу тантанаһы Мостай Кәримдең 105 йыллығына бәйле байрам саралары менән бергә тура килде. Келәш ауылына был көндө бик күп яҙыусылар, сәнғәт әһелдәре ҡунаҡҡа килде. Халыҡ шағирының ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе     Әлфиә Кәримова китапханаға әҙиптең яңы ғына табанан төшкән, башҡорт һәм рус телдәрендә айырым китаптар булараҡ нәшер ителгән «Әлфиә хикәйәләре», «Альфиюшкины рассказы», Санкт-Петербург ҡалаһында донъя күргән «Радость нашего дома. Долгое-долгое детство» китаптарын бүләк итте. Мәскәү ҡунағы, Мостай Кәримдең килене Нәзифә Кәримова ла матур яңылығы менән ҡыуандырҙы. «Мин ҡайным тураһында иҫтәлектәр яҙҙым. Уның киткәненә 19 йыл. Дуҫтарым яҙырға өгөтләһә лә, быға тиклем унға яҡын китап сығарһам да, пьесалар яҙһам да, мин бер килке ҡулыма ҡәләм алырға баҙнат итмәй йөрөнөм. Ундай ҙур шәхес тураһында яҙырға көсөм етәрме, тип уйланым. Минең өсөн ул бик ҙур эш булды. «Оҙон-оҙаҡ яҙмыштар» тип аталған был әҫәрем киләһе йылға китап булып сығыр тигән өмөтөм бар. Мин уны һис шикһеҙ Келәштәге китапханаға ла бүләк итеп бирергә ниәтләйем».
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ҙа буш ҡул менән килмәгән ул үҙенең баш һүҙе менән «Китап» нәшриәтендә донъя күргән Мостай Кәримдең «Ғаләмдең дүрт тарафы» исемле китабын бүләк итте, һәм халыҡ шағирының улы, билдәле яҙыусы Илгиз Кәримовҡа арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе:
«Ил кисергән күҙ алдынан
Уҙа кино таҫмалай.
Һуғыш осоро балаһы – 
Инде беҙ ҙә аҡ бабай!
Һуғыш осоро балаһы!
Баҫып тор ергә сүкмәй!
Яуҙар һүнде...
Әжәл беҙҙе
Пуляһыҙ ғына сүпләй...»
    Келәштәге байрам тантанаһында шулай уҡ Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ильнур Мухьянов, БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Шишмә районының сәнғәт оҫталары, һәм «Ҡоштар осорам...» төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе еңеүселәре сығыш яһаны.

Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас: