Все новости
Литературная среда
17 Октября , 15:39

«Ғаләмдең дүрт тарафы»н иңләп!

Бөгөн баш ҡалабыҙҙың Ленин урамындағы «Китап» кибетендә Мостай Кәримдең ижадын һөйөүселәр йыйылды.

Бында халыҡ шағирының «Ғаләмдең дүрт тарафы» тип исемләнгән өр-яңы китабының презентацияһы булып үтте. «105 йыллығы айҡанлы атайымдың йыйынтығын әҙерләп баҫтырған «Китап» нәшриәтенә беҙҙең ғаилә исеменән дә, әҙәбиәт һөйөүселәр исеменән дә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Беҙ был китапты бик көтөп алдыҡ. Башҡорт телендә сыҡҡан шиғырҙар бик кәрәк! Беҙгә Башҡортостан буйынса күп йөрөргә тура килә. Йәштәрҙең шиғыр китаптарына ихтыяжы ҙур. Әлеге йыйынтыҡ бик матур, юғары зауыҡлы итеп нәшер ителгән. Йәштәр уны һис шикһеҙ оҡшатасаҡ һәм ошондай һәйбәт китаптар сығып торғанда башҡорт теле бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тине Әлфиә Кәримова. Әлфиә Мостай ҡыҙы шулай уҡ йыйынтыҡҡа төплө баш һүҙ яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайға ла ихлас рәхмәт әйтте: «Ҡәҙим ағай атайым иҫән саҡта ла тығыҙ аралашты, хәҙер ҙә уның тоғро дуҫы булып ҡала».

«Мостай ағайҙың бер һүҙе бар ине: «Әҙәм яҙмышының серҙәрен асып бөтөрөү мөмкин түгел!» Бына ошо һүҙҙәр баш һүҙ яҙғанда миңә асҡыс булды. Ни тиклем тырышһам да бөйөк әҙиптең асылын асып бөтөрә алмаясағымды аңланым һәм Мостай ағайҙың тормошонан, ижадынан, шәхесенән үҙем белгәндәрҙе яҙҙым», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ҡәҙим Әбделғәлим улы. – Мин бөгөн Мостай Кәрим шәхесенә ҡағылышлы бәләкәй генә күргәҙмә лә әҙерләп алып килдем. Унда халыҡ шағиры бүләк иткән автографлы китаптар, иҫтәлекле фотолар».

Презентацияла шулай уҡ Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Солтан Баҙыҡов, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, журналистика ветераны Шәүрә Ғилманова, Мостай Кәрим исемендәге Милли театрҙың труппа етәксеһе Венер Камалов сығыш яһаны.

Йәнле осрашыу матур иҫтәлектәр, шиғырҙар, спектаклдән өҙөк, йыр-моң менән үрелеп барҙы.

Зөлфиә ХАННАНОВА.

Читайте нас: