Уны башҡорт теленә Факил Мырҙаҡаев тәржемә иткән. «Был әҫәр көн ҡаҙағына һуғыуы менән иғтибарымды йәлеп итте. Тәржемә еңел бирелде», — ти тәржемәсе.
Шулай уҡ, яҙыусылар Айгиз Баймөхәмәтов, Флүр Ғәлимов, Ҡәҙим Аралбай, Камил Йыһаншин, Марсель Сәлимов, Миләүшә Ҡаһарманова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәмил Сурағол, медицина фәндәре докторы Марат Аҙнабаев, филология фәндәре кандидаттары Рәшиҙә Мәһәҙиева һәм Луиза Кирәйева яҙыусының ижады буйынса үҙ фекерен белдерҙе.
Республикабыҙҙың әҙәбиәт һөйөүселәре иң тәүҙә Жолтай Жумат Алмашуғлының әҫәре менән «Ватандаш» журналы аша танышҡайны. Баҫмабыҙҙың бер нисә һанында донъя күргән «Интерәҙәм» романы уҡыусылар күңеленә хуш килде.
Ҡаҙаҡ яҙыусыһы буш ҡул менән килмәгән. Ул башҡорт бауырҙаштарына затлы бүләктәрен, автографлы китаптарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева ла бар ине.
Үҙе етәкләгән баҫмала «Донъя халыҡтары әҙәбиәте» рубрикаһын булдырып, уҡыусыларҙы төрлө илдәрҙә йәшәгән яҙыусыларҙың әҫәрҙәре менән танышыу мөмкинлеген тыуҙырған коллегабыҙҙың хеҙмәте лайыҡлы баһа алды.
Зөлфиә Ханнанова