Все новости

Яҙыусылар союзы "Заман ауазы" тип аталған конкурс иғлан итте

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы "Заман ауазы" тип аталған яңы конкурс иғлан итте. Бәйгегә илһөйәрлек темаһына бағышланған әҫәрҙәр ҡабул ителә. Приз фонды - 1 200 000 һум. Проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторола.

Ижади конкурста Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзалары ғына ҡатнаша ала. Эштәр башҡортса, русса, татарса ҡабул ителә. Әҫәрҙәр дүрт категорияға бүленә:

- Эре проза  (роман һәм повестар);

- Бәләкәй проза (хикәйә, эссе);

- Шиғриәт (поэма, шиғри шәлкем);

 - "Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр" номинацияһы. 

Һәр категория буйынса өс урын һәм бер "Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр" номинацияһы билдәләнәсәк. Еңеүселәргә китап сығарыр өсөн йә техника алырға 50 000 һумдан 200 000 һумға тиклем суммалы сертификаттар тапшырыласаҡ. Бынан тыш, иң яҡшы әҫәрҙәр йыйынтыҡҡа инеп, китап булып баҫтырыласаҡ.

Эштәр 30 декабргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 2024 йылдың мартында билдәле буласаҡ.

Белешмә өсөн телефон: 8-937-471-41-76.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: