Все новости

Китап өсөн сиктәр юҡ!

Өфөлә беренсе тапҡыр үткәрелгән “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәлә “Беларусь” китап нәшриәте иң төп призға лайыҡ булды. Быға һис аптырарлыҡ түгел.

Беларуссияла китап йәрминкәһе  юғары кимәлдә күп йылдар дауамында   уҙғарыла килә. “Әҙиптәренең әҫәрҙәрен халыҡ-ара кимәлгә сығарыу буйынса ла талымһыҙ эшләй улар. Шуға ла ике республиканың яҙыусылар союзы һәм шулай уҡ китап нәшриәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлөүен бик ыңғай күренеш, тип ҡабул итәм.

          Мәртәбәле байрамға Беларуссиянан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары  Елена Анатольевна Стельмах, “Беларусь” китап нәшриәтенең үҫеш һәм сауҙа бүлеге мөдире Татьяна Александровна Раманова, реклама бүлеге мөдире Анжела Александровна  Садовская килде.

          “Өфөлә беҙ беренсе тапҡыр. Матур ҡала. Халыҡ та ихлас. Кисә ҡала буйлап экскурсияла йөрөнөк. Салауат Юлаев һәйкәле бик оҡшаны. Бөтә ойоштороусыларға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! – тине Татьяна Раманова.  – Киләсәктә һеҙҙе Беларусь Республикаһында үткән йәрминкәләрҙә лә күрербеҙ, тип ышанбыҙ”.

                    “Бай тарихлы Халыҡтар дуҫлығы орденлы  “Беларусь” китап нәшриәтенә 1921 йылда нигеҙ һалына. Быйыл  нәшриәтебеҙҙең 102 йыллығын билдәләнек.

          Беҙ бөгөн ҙур ышаныс менән “Китап өсөн сиктәр юҡ!” – тип әйтә алабыҙ. Халыҡтарыбыҙ араһында ла сиктәр юҡ, тиер инем, сөнки һеҙгә лә, беҙгә лә бер үк әхлаҡи ҡиммәттәр хас.  Был тарихи хәтерҙе һаҡлауға ҡағыла.

Беҙ ҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһармандарҙы ололайбыҙ. 9 май  – беҙҙең өсөн дә изге байрам.

           Беҙ ҙә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау яҡлабыҙ. Өлкән быуынды хөрмәт итәбеҙ. Илебеҙ тураһында хәстәрлек күрәбеҙ. Уртаҡ әйберҙәр күп.          

          Бөгөн беҙҙең маҡсатыбыҙ һеҙҙең мәҙәниәт менән яҡындан танышыу һәм  үҙебеҙҙең мәҙәниәт менән таныштырыу. Шуға ла йәрминкәгә белорус халҡының тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған китаптар алып килдек.

          Ике ил араһында мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү Белоруссия нәшриәтендә –  Башҡортостан авторҙарын, Башҡортостанда белорус яҙыусыларының әҫәрҙәрен нәшер итеү мөмкинлеген тыуҙыра. Һәм шулай уҡ ошо китаптар һеҙҙә лә, беҙҙә лә һатыуға сығарылыр һәм үҙ уҡыусыһын табыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

          Бөгөнгө  килешеү дауамлы һәм рухи яҡтан да, иҡтисади яҡтан да илдәребеҙ өсөн файҙалы булһын!” – тине Анжела Садовская.

 

Зөлфиә Ханнанова, әҙәбиәт бүлеге мөхәррире

Читайте нас: