Китап йәрминкәһе лекторийында күренекле яҙыусы Наил Ғәйетбайҙың әле генә табанан төшкән “Бабич” һәм “Йән” исемле китаптарының презентацияһына халыҡ эркелеп йыйылды.
“Һеҙ үҙегеҙҙең “Бабич” романында ХХ быуат башындағы иң ҡатмарлы осорҙо – 1917 йылда булған Февраль һәм Октябрь революциялары, граждандар һуғышы дәүерен сағылдыраһығыҙ һәм башҡорт халҡының һаман да ҡанһырап торған яраһы, һеҙ яҙғанса “күҙ йәше” булған Шәйехзада Бабичтың хәтерҙә ҡалырлыҡ образын тыуҙырғанһығыҙ”, – тип билдәләне филология фәндәре кандидаты, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова.
Филология фәндәре докторы, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәиф Ҡәҙим улы Әмиров Наил Ғәйетбай ижадына байҡау яһаны.
Артабан лекторийҙа ҡатнашыусылар әҙипкә ике әҫәр буйынса ла төрлө һорауҙарын яуҙырҙы.
Шәхсән мине бигерәк тә күп бәхәс тыуҙырған “Йән” романы ҡыҙыҡһындырҙы. Авторҙың күҙаллауынса нимә ул “йән”? Яҙыусының был юҫыҡтағы фекере дини тәғлимәттәргә ҡаршы килмәйме? Бындай үҙенсәлекле әҫәрҙе яҙыуға нимә этәргес булған? Күп һорауҙарға яуапты мин, әлбиттә, китапты уҡып сыҡҡас ҡына табасаҡмын.
Ә Һеҙ Наил Ғәйетбайҙың яңы китаптары менән танышып өлгөрҙөгөҙмө?
Зөлфиә Ханнанова, әҙәбиәт бүлеге мөхәррире