Башҡорт һәм рус телендә нәшер ителгән “Урал батыр” эпосын һатып алдым. Өйөмдә, әлбиттә, бар был изге ҡомартҡы. Иҫән-һау ҡайтып еткәс, танылған яҙыусы Алесь Карлюкевичҡа тапшырырһығыҙ, тип Беларусь Республикаһынан килгән ҡунаҡтарға тотторҙом. Белоруссияла башҡорт әҙәбиәтен пропагандалау эшенә күп көс һала Алесь Николаевич. Рәхмәттәребеҙ сикһеҙ уға!
Төрлө тарафтарҙан, атап әйткәндә, 6 ил һәм 16 регион китап һатыусыларының күргәҙмәһе бик бай ине. Үҙемә лә авар шағирәһе Фазу Әлиеваның китабын бүләк итеп, ҡыуандырҙылар. Йыраҡ илдәрҙән килеп тә тауарҙарын һата алмай ҡайтмаһындар, бер-ике китап булһа ла алайым, тип күргәҙмәләр буйлап киттем. Удмурт милләтле Татьяна күршемә Удмурт халыҡ әкиәттәрен һатып алдым. Ейәндәренә уҡып кинәнер. Яңыраҡ өсөнсөгә әсәй булған Кавказ ҡыҙы Миланаға Чечен халыҡ әкиәттәрен алып ҡайтып бирҙем. Ҡыуандылар.
Ниндәй генә дин, ниндәй генә милләт кешеләре булмаһын, күршеү-күләндәр менән матур мөнәсәбәттә йәшәргә бойорған Пәйғәмбәребеҙ: Мөхәммәд (салләл-лааһү ғәләйһи үә сәлләм).
Дуҫлыҡҡа-татыулыҡҡа ни етә!