Бигерәк тә ҡәләм әһелдәренең өҫтәл артына ултырып фотоға төшкәне күҙәтелде. Мин дә был бәхеттән ситтә ҡалманым. Ни өсөн тиһегеҙме? Арҙаҡлы ҡәләмдәштәребеҙ Ғәзим Шафиҡовтың баҫма машинкаһын, Рауил Бикбайҙың өҫтәл лампаһын, Әнғәм Атнабайҙың телефон аппараты, Ноғман Мусиндың сувенир ручкаһы... ҡайҙа күрер ҙә, ҡайҙа тотоп ҡарар инем әле мин. Улай ғына ла түгел. Ошо ерҙә оҙағыраҡ торғо килә. Гүйә, әйбер эйәләре яҡында, һинең эргәлә генә. Әле атап үткән һәр исем ҡәҙерле бит беҙгә. Күреп-белгән шәхестәр! Юҡһындыра улар. Бик ныҡ юҡһындыра...
Зөлфиә Ханнанова, әҙәбиәт бүлеге мөхәррире