Все новости

Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк

“Китап байрамы” йәрминкәһендә үҙемде уҡыған әҫәрҙәремдең геройҙары уратып алған кеүек хис иттем. Бына бит улар, эргәлә генә!

Мәғрур һынлы Урал батыр эргәһенән сабыр ҡарашлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары үтеп китте. Һәҙиә Дәүләтшинаның Айбикәһе булдымы береһе? Әллә Мостай Кәримдең Оло инәйе микән? Арыраҡ Иван Тургенев, Александр Пушкин, Лев Толстой әҫәрҙәренән “терелеп”сыҡҡан нәзәкәтле туташтар, көйәҙ әфәнделәр ҡабаланмай ғына саф һауа һулап йөрөй. Корней Чуковскийҙың  Доктор Айболиты киреһенсә гелән ҡайҙалыр ашыға...

          Тормоштоң ығы-зығыларынан арынып, әкиәт донъяһына ҡасҡы килгән мәлдәр була ҡай саҡ. Китап байрамында был хыялым тормошҡа ашты, буғай. Балалар күҙе менән һоҡланып ҡараным Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары тыуҙырған образдарға: “Туҡтағыҙ! Туҡтап тороғоҙ, зинһар! Фотоға төшөрөп алам! Һеҙ шундай матур!”

Зөлфиә Ханнанова, әҙәбиәт бүлеге мөхәррире

Читайте нас: