Все новости

Башҡорт яҙыусылары – белорус телендә!

“Әҙәбиәт һәм сәнғәт” гәзитенең бөгөнгө һанында Белоруссия яҙыусылары Өфөлә үткәреләсәк “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе айҡанлы Башҡортостандағы ҡәләмдәштәрен тәбрикләне.

Беларусь Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевич ике республика яҙыусыларының ижади дуҫлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып, һуңғы йылдарҙа белорус баҫмаларында Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Зәки Әлибаев, Зөлфиә Ханнанованың әҫәрҙәре баҫылыуын һанап үткән.

          Гәзит биттәрендә арҙаҡлы шәхесебеҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына ҙур иғтибар бүленгән.  Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, прозаик Айгиз Баймөхәмәтовтың “Бәхет” исемле хикәйәһе,  Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың, шағирҙәр Хисмәтулла Юлдашев, Гөлназ Ҡотоева, Зөлфиә Ханнанованың шиғри шәлкемдәре баҫылған.

          Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен Алесь Карлюкевич, Микола Метлицкий, Геннадий Авласенко, Михась Поздняков, Инна Фролова, Рогнед Малаховский, Наталья Казаполянская белорус теленә тәржемә иткән.

          Алыҫтағы ижадташ дуҫтарыбыҙға оло рәхмәттәребеҙҙе белдереп, уларҙы 26-28 майҙа Өфөлә үткән “Китап байрамы”нда көтөп ҡалабыҙ.

Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас: