Все новости

Рухтары шат булһын!

Еңеү байрамы алдынан Яҙыусылар союзы тарафынан яугир-яҙыусылар ҡәберенә сәскәләр һалыу ойошторолдо.

Бөйөк Ватан һуғышында республикабыҙҙан 48 яҙыусы ҡәләмде мылтыҡҡа алмаштыра. Шуларҙың ун һигеҙе яуҙа һәләк була. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән яҙыусыларыбыҙҙың күбеһе баш ҡалабыҙҙың Мосолман зыяратында ерләнгән.   Арҙаҡлы шәхестәребеҙ Мостай Кәрим, Ғәли Ибраһимов, Яныбай Хамматов, Ибраһим Абдуллин, Әнүәр Бикчәнтәев, Ҡадир Даян, Хәниф Кәрим, Кирәй Мәргән кеүек ҡәләм оҫталарының ҡәбере эргәһенән бөгөн дә кеше өҙөлмәй.

          Фашист илбаҫарҙарын туҡмап, Берлинғаса барып еткән фронтовик- яҙыусы Зөлфәр Хисмәтуллин,  Әҙәбиәт фондын етәкләгән осорҙа, барлыҡ   яугир-ҡәләмдәштәренең һуңғы төйәгенә ҡәбер таштары ултыртыуҙы ойоштора. “Бөгөн был һәйкәлдәрҙе яңыртыу, ипкә килтереү – беҙҙең бурыс”, – тине Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.

          Сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашҡан өлкән быуын яҙыусылар Ҡәҙим Аралбай, Марсель Сәлимов ҡәләмдәштәре тураһында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

          Мәрхүм яҙыусылар рухына Ҡөрьән аяттары бағышланды.

Автор: Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас: