Все новости

Ғилемдар Рамазанов тураһында иҫтәлектәр. “Атайымдың һалдат хаттары” проекты

Ғилемдар Рамазановтың ҡыҙы филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Гөлназ Ғилемдар ҡыҙы Рамазанова иҫтәлектәренән:

“Атайым 1939-1941 йылдарҙа Дәүләкән педагогия училищеһында уҡыған. 1941 йылда Совет армияһына алына. Өфөлә пехота училищеһын тамамлай. 1942 йылдың майынан фронт һыҙығында булып, Великие Луки, Белый ҡалалары, Курск дугаһы өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Уның хәрби наградалары араһында II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены бар.

          Беҙҙең ғаилә ижади ғаилә булды. Әсәйем Фәниә Чанышева ла билдәле шағирә, Яҙыусылар союзы ағзаһы ине. Улар бик татыу йәшәнеләр. Атайым ишектән килеп инеү менән әсәйемә хәбәрҙәрен һөйләй башлар ине. Беҙҙең өйҙә йыш ҡына уларҙың ижадташ дуҫтары  йыйыла торғайны. Беҙ, яҙыусы балалары ла, бер-беребеҙҙе белеп, тығыҙ аралашып үҫтек”.

 

Фронтовик яҙыусы Ғилемдар Рамазановтың тормош иптәше шағирә Фәниә Чанышеваның шиғыры:

***

Бер серләшеп ултыраһы ине...

Күңел томандарын таратып,

Уттар йотоп, көттөк яугирҙарҙы,

Беҙ яратып көттөк, йән атып.

 

Наҙланыуҙар, һайланыуҙар түгел,

Тура килде беҙҙең быуынға:

Аяҡһыҙға – аяҡ, ҡулһыҙға – ҡул,

Күҙе юҡтың күҙе булырға.

 

Йәшлек йәшлек инде (ул саҡта ла!)

Күңел хыялдарға бай ҙа ул.

Елбәҙәктәй күбәләктәр булып,

Гөлдән  гөлгә ҡуныу ҡайҙа ул!

 

Беҙ әле лә үҙебеҙҙе онотоп,

Күберәк улар өсөн янабыҙ.

Һуңғы һулышҡаса ҡулһыҙға – ҡул,

Күҙһеҙгә күҙ булып ҡалабыҙ.


Автор: Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас: