Все новости
Литературная среда
26 Апреля 2023, 21:41

“Һандуғас моңо” илһам өҫтәне

Бөгөн республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Ватандаш” журналының яҡын дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы “Һандуғас моңо” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде.

Ике тиҫтә йылдан ашыу “Башҡортостан ҡыҙы” журналын етәкләгән, заманында  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булған Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының ижади шишмәһе  әле лә тулы һыулы. Шағирә ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы. Уның шиғри шәлкемдәре 25 телгә тәржемәләнгән.  Лирик һәм балалар өсөн яҙылған шиғырҙарына 300-ҙән ашыу йыр ижад ителгән. Әҙәби-музыкаль кисәлә уларҙың ҡайһы берҙәрен Башҡортостандың сәхнә йондоҙҙары Алһыу Бәхтиева, Сәйҙә Ильясова,  Лина Ғәниева, йәш башҡарыусылар Ғәлиә һәм Дилбәр Фәйзиевалар йырлап ишеттерҙе.

          Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының шатлығын бүлешергә  ҡәләмдәштәре лә йыйылғайны. Зөлфиә Ханнанова күренекле шағирәгә “Ватандаш” журналы хеҙмәткәрҙәренең ҡайнар сәләмен еткерҙе. Күренекле шағирә Тамара Юлдашева был матур сараға ейәнсәре менән килгәйне. Бәләкәй Камилә Гөлфиә Юнысованың кескәйҙәр өсөн яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе. “Һеҙҙең балалар өсөн яҙылған шығырҙарығыҙ мине лә ҡулыма ҡәләм алырға илһамландырҙы”, –тип Нәсимә Ғайсина юбилярға үҙенең яңы  ғына сыҡҡан китабын бүләк итте

“52 йыл буйы беҙ ижадташ әхирәттәр булып йәшәйбеҙ”, – тип ҡәләмдәшен ихлас ҡотланы 86 йәшлек шағирә Дилә Булгакова.

           Гөлфиә Юнысованың бер туған һеңлеләре, арҙаҡлы уҡытыусылар Зәйтүнә Даянова һәм Гөлнәзирә Ғәлимуллина, улы һәм килене Урал һәм Диләрә Иҙелбаевтарҙың сығышы ла кисәгә айырым бер йылылыҡ һәм йәм өҫтәне.

          Яҡты күңелле шағирә, арҙаҡлы шәхес Гөлфиә Юнысованың юбилейы сиктәрендә йыл дауамында үткәреләсәк  ижади осрашыуҙары  артабан да шулай гөрләп уҙһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Зөлфиә Ханнанова, шағирә

Читайте нас: