Нисек инде?! Автобустан төштөк тә, йүгереп теге туҡталышҡа барып индек. Унда ике эшсе ир, ҡарауылсылар микән, үҙ эштәре менән була. “Беҙҙең автобусыбыҙ беҙҙе ҡалдырып китеп барҙы. Тағы нисәлә була икән?” – тим. “ Нишләп тороп ҡалдығыҙ һуң? Хәҙер инде иртәгә ошо ваҡытҡа тиклем бер ниндәй ҙә автобус булмаясаҡ! – тиҙәр. Миндә - истерика! “Нисек – иртәгә? Минең автобуста балам йоҡлап ҡалды. Нисек инде – иртәгә?”
Үҙемде бер нисек тә тынысландыра алмайым, ҡысҡырам, йүгерекләйем... Янымдағы улым тынысланыуымды үтенә). “Нисек инде тынысланайым? Унда бит ағайың тороп ҡалды. Ул уянһа, бер ни аңламаясаҡ!” – тим. Теге ирҙәрҙән такси тураһында һорашам. “Һуңғылары китеп бөттө. Сәғәт төнгө 12-нән һуң улар йөрөмәй бит ул, кеше булмағас”, - тиҙәр. Бөттө баш, былай булғас... Ул заманда телефон тигән нәмә юҡ бит инде. Бер кемгә хәбәр итеп булмай, ниндәй хәлдә тороп ҡалғаныбыҙҙы...
Теге ирҙәрҙе ҡаңғыртам, балам автобуста тороп ҡалды, тип. Бына берәүһе ҡайҙалыр барған еренән йүгереп килеп етте: “ Тегендә бер такси тора, һеҙ түләргә риза булһағыҙ, алып барырға риза”, - ти. Риза булмаған ҡайҙа инде, йүгерәбеҙ! Теге ирҙәр уға аңлата, нисегерәк автобусты тиҙ арала ҡыуып етергә икәнен. Автобус кольцевойҙан урап бара, һин тапҡырға сыҡһаң, ҡыуып етә алаһың, тип. Уф... ултырҙыҡ. “Күпме түләргә кәрәк буласаҡ?”- тип һорайым. “Әллә инде. Ҡыуып етә алмаһаҡ, туда-обратно түләргә кәрәк буласаҡ. Биш мең тирәһе. Аҡсаң етәме?”, – ти. Үҙемсә уйлайым, кире ҡайтыр юлға аҡса етмәһә, үтескә алып, ҡайтырға тура килер. Ҡыуып ҡына етергә автобусты! “Түләрмен!”- тим. Үҙем һаман ҡаңғырам: “ Минең унда балам! Ул бер ни ҙә аңламай, йоҡлап бара. Уянһа, ҡото алына инде...” “А сколько лет вашему ребенку? Сильно маленький, что ли?” – тип һорап ҡуйҙы бер мәл таксист. “ М-м-м... Не такой уж он маленький...” – тим, үҙалдыма мығырҙап... Башым ҡаңғырып, бынан ярты йыл элек әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан улымды бәләкәс) кенә итеп күҙ алдыма килтереп, мас булғанмын икән. Йоҡлап ултырып ҡалғас үҙе. Таксист мөмкин тиклем шәп ҡыуа. Ҡаланы үтеп китеп, бераҙ барғас, ул: “Шулмы автобусығыҙ?” – тип һораны. Мин танымайым, улым шундуҡ: “Эйе, шул, шул!” – тип яуапланы. “Шул, кәнишнә. Был ваҡытта ул яҡҡа башҡа автобус йөрөмәй бит ул”. Ныҡ итеп сигналға баҫып, ҡыуып уҙып, таксист машинаһын автобустың юлына арҡыры ҡуйҙы. Мин һаман ышанып етмәйем. Таксистҡа көтөп торорға ҡушып, тәүҙә барып белештем. Шунан кире килеп таксиға түләнем дә, (500 һум ҡына алды!), ниһайәт, ныҡ ҡәҙерлегә әйләнгән автобусыбыҙға инеп ултырҙыҡ. “Нишләп ҡалдырып киттегеҙ? 15 минут тигәйнегеҙ бит?”- тим. “Биш минут стоянка, тинем! Һәр ваҡытта ла был урында биш кенә минутҡа туҡтайбыҙ”, – ти водитель. Теге мине бутаған күрше ир ғүфү үтенде, мин һеҙҙең тороп ҡалғанығыҙҙы аңғарманым, ти. Улым бер ни белмәй йоҡо һимертә...
Тынысланып алғайным, бына көлгөм килә башланы бит! Сыҙарлыҡ түгел! Улыма төртәм, ныҡ көлгөм килә, тим. Минең дә, ти. Икәүләшеп көлөшә башланыҡ, тыйыла алмай. Эс ауыртҡансы. Ней ҡысҡырып көлөп булмай, кешеләр йоҡлай. Килеп еттек. Теге ”бәләкәс”те көскә уятып, автобустан төштөк. Һаман көләбеҙ. Теге аңламай, ниңә көлгәнде. “Ой, ой, ой, һин йоҡлап ултырып, бик күпте күрмәй ҙә, белмәй ҙә ҡалдың!” - тибеҙ. Апайҙарға барып еткәс, һөйләрбеҙ, тибеҙ. Ишектән инеү менән мажараларыбыҙҙы һөйләгәйнек, былары көлә башланы. Иртәгәһенә лә тик шул турала хәбәр. “Автобуста йоҡлап үтеп китһә, депоға тиклем Кальяға үтеп китер ине. Унда инде беҙҙе юғалтыр, бер нәмә лә аңламаҫ ине”, тиҙәр. Ысынлап та, телефон тигәне юҡ ул заманда. Үҙгәреш осоронда бер ҡайҙа ла йөрөмәгәс, хатта адрестарын да белмәгән, онотҡан булған улым. Быға тиклем тик минең менән генә йөрөгәс бала ваҡытында.
Кисен күмәкләп йыйылып, Иҫке яңы йылды ҡаршыланыҡ. Бик күңелле булды.
Шулай итеп, мажаралар менән, бик матур байрам итеп ҡайтҡан инек ул йылда. Иҫләргә генә ҡалды инде...