Все новости
Литература
14 Ноября , 16:00

Бисәләргә йылы өй кәрәк! (Ысын булған хәл)

Кухнялағы радиаторҙар тутығышып,һары-һоро һыуҙар иҙәнгә тамсылап торғас,полиэтилен тоҡсайҙар менән дә сырмап ҡараным,сепрәк менән дә урап бөттөм серегән урынды.

Бисәләргә йылы өй кәрәк! (Ысын булған хәл)
Бисәләргә йылы өй кәрәк! (Ысын булған хәл)

Бүтән бүлмәләрҙәге радиаторҙарҙы яңыларға алмаштырып бөткәнмем ул.Ана шул кухнялағыһына ҡул етмәй ҙә ҡуя. Бер көн ЖЭУ-ға шылтыраттым.
 -Кухняла радиатор серегән.Бушҡа алмаштырмайһығыҙмы?
- Бушҡа алмаштырмайбыҙ. Буштың заманы үтте.Үҙегеҙ радиатор һатып алығыҙ ҙа,беҙҙең мастерҙар отпускынан сыҡҡас, ҡуйып китерҙәр. Радиаторҙар ҡыйбат,әгәр осһоҙораҡҡа ҡуйҙырам, тиһәгеҙ, ҡулдан алығыҙ. Валера исемле слесарҙа опрессованный б/у радиаторҙар бар. Һәр теше өсәр йөҙ һум! Магазиндыҡынан осһоҙ.

Радиатор һатҡан кешенең номерын бирҙе ЖЭУ хеҙмәткәре.
Номер йыйып,Валераға шылтырата башланым.Шундуҡ яуап бирҙе,,Сулпан"театры артындағы кирбес гаражда осрашырға һөйләштек.Әйткән ваҡытына как ыштык барып торҙом.Мин,ғөмүмән,ныҡ пунктуаль кешемен.Хатта алданыраҡ барып торғаным ,миш.Көтәм.Кирбес гаражды урап сыҡтым.Театрҙы ураным,кире гаражға килдем.Нәкәнис,велосипед менеп килде Валера. Гараж ишеген асып,утты ҡабыҙҙы.Уй!Ундағы радиаторҙарҙың күплеге!Ерҙән түбәгә тиклем өйөлгән.Өс тешлеһенән башлана, ун бишәр тешлеһенә тиклем бар.
-Нисә тешле кәрәк?-тей слесарь Валера.
-Кухням ҙур түгел,но бейек,-тим.
-Тәәәк,ал туғыҙ тешлеһен,-тей,-кухняң ғәләмәт эҫе буласаҡ!
-Ярай,-тим.
Туғыҙ тешлеһен күтәреп ҡарайым,ныҡ ауыр.Көс еткеһеҙ.
-Ете тешлеһен бир,ныҡ эҫе кухняны яратмайым-,тигән булам.
Валера туғыҙ тешле радиаторҙың ике тешен ҙур асҡыс менән бороп ысҡындырҙы ла, ыш-пыш итеп ишек алдына сығарып ҡуйҙы.
-Нисек алып ҡайтаһың,машинаң бармы,-ти.
-Такси алырмын,тим.
Таксиға шылтыраттым :,,Сулпан" театрының артында көтәм ,тим.
-Әбделбарый исемле таксист килә,көтөгөҙ,- тине диспетчер.
Көтәм,көтәм-юҡ Әбделбарыйы.
Валера ла радиаторҙы тейәшеп ебәрәйем,тип Әбделбарыйҙың килгәнен көтөп тора.
Ниһайәт,һоро,,Ларгус" килде.Табаҡ битле ,ҡояшҡа хәтәр ныҡ янған,соңҡаһы пеләшләнә башлаған ир тәҙрәнән башын сығарҙы ла,минең радиатор менән торғанды күргәс ,йөҙө йәмшәйеп китте ,һүгенеп ҡуйҙы быным.Яйлап машинаһынан сыҡты ла,артҡы ишекте асты :
-Тейәй һалығыҙ,заказдарым күп,бүтән клиенттар көтә.
Валера радиаторҙы күтәреп машинаға һалды ла,сәпитенә ултырып ҡайтып китте.
Беҙ ҙә ҡуҙғалдыҡ.
-Ирең бармы,-тей был бара биргәс.
-Ирем булһа,радиатор йөкмәп үҙем йөрөмәҫ инем,ништәп һорайһығыҙың,-тим.
-Мин һинең радиаторыңды күтәрешмәйем,сразы әйтәм,минең бүһер ҡалҡҡан,-тей был.
-Кәрәкмәй,күтәрешмәгеҙ,мин үҙем төшөрәм,үҙем индерәм,тим.
Был ир көҙгө аша миңә күҙ һирпеп-һирпеп ала-һиҙеп киләм бит инде.
-Ниндәй номерға аҡса күсерәйем.Картағыҙҙың номерын әйтеп ебәрһәгеҙ...
-Ике картам да ареста,апайымдың номерын хәҙер диктовать итәм,шунда күсерерһең,-тей был.
Апайының номерын яттан әйтте,мин тейешенсә сумманы күсерҙем.Өй тәңгәленә килеп еттек.Туҡтаныҡ.
Төштөм машинанан.Был ир ҙә төштө.Кәүҙәгә тәпәш кенә,түңәрәк ҡорһағы еңһеҙ рубашкаһын шүт йыртмай инде.Машинаның артҡы ишеген асып ебәргәйне,мин радиаторыма йәбештем.Инде күтәргәйнем...
-Ярай,бар ишегеңде ас,индерешеп китәйем инде,ти .
-Һеҙгә ярамай бит.Бүһерем ҡалҡҡан тинегеҙ түгелме?,-тим.
Шулай ҙа фатирымдың ишеген астым да,кире сыҡтым.Ярай беренсе этажда йәшәйем.Подъезд ишегендә пружина тора,ишекте асып,тотоңҡорап торайым,тиһәм,был ир миңә:
-Нимә ҡарап тораң,радиаторыңдың бер яғынан тот,тей.
Ярай.Икәүләшеп индерҙек эскә.Һөйәп ҡуйҙыҡ стенаға.
-Рәхмәт,һау булығыҙ,-тим.Был кеше миңә тексәйеп тора.Сығырға уйламай.
-Аҡса күсерҙем бит,әллә күтәреп индерешкән өсөн дә түләргә тейешменме,нисаҡлы күсерәйем,тип ,сумканан телефонымды сығара башланым.
-Юҡ,күсермә,(ошо тирәлә люфт пауза була)миңә телефон номерыңды ғына биреп ебәрһәң!Миңә һинең һымаҡ хозяйственный ҡатын кәрәк ине,шылтыратышып,яҡындан теге ней,танышыр инек,-тей.Саҡ-саҡ тын ала үҙе.Бүһер бит!Аңлап торам.
-Нимәәәә?Беренсенән, мин һеҙгә,,Һин!"түгел!
Икенсенән,һеҙҙең бүһерегеҙ ҡалҡҡан.
Өсөнсөнән,һеҙҙең карточкаларығыҙ ареста!
Кем әле исемегеҙ?Әбдел...Әбдел..бар...бар...бар Ҡыҫҡаһы бар ,сығығыҙ өйөмдән!-ишегемде астым да,торам.
-Бисәләрәгә карточка ғына кәрәк шул!-был ир подъезд ишеген ҙур итеп асып сығып китте.Пружиналы ишек шарт! -ябылды.
Артынса һөрәндәп ҡалдым.
-Бисәләргә карточка кәрәкмәй!Бисәләргә йылы өй кәрәк.Алйот!
Әйткәндәй,кемгә слесарь Валерканың номеры кәрәк?

Автор:С.Тамимдар
Читайте нас: